Бөтә яңылыҡтар
Саралар
17 Декабрь 2019, 14:45

Башҡортостандан 114 уҡыусы Мәскәүгә Кремль шыршыһына бара

Быйыл Кремлдә Яңы йыл шыршыһы 25 декабрҙә була. Яңы йыл байрамына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 6 мең самаһы бала саҡырылған.

Башҡортостандан Мәскәүгә 140-тан ашыу кешенән торған делегация юллана. Уларҙың 114-е — 8-13 йәшлек балалар, 28-е — оҙатып барыусылар (педиатрҙар, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар).
Илдең төп иртәлегенә юлламаларҙы уҡыу алдынғылары, олимпиада, спорт ярыштары, ижади конкурс еңеүселәре алды. Шулай уҡ Яңы йыл байрамына ишле һәм аҙ тәьмин ителгән, хеҙмәт йәки хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың ғаиләләренән балалар, хәрби хәрәкәттәр ветерандарының балалары бара.
Байрам, ғәҙәттәгесә, Кремль Һарайы фойеһында ойошторола, унда балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, техник, ижади һәм художестволы оҫтаханалар эшләй. Балалар Измайлов Кремленә лә бара.
26 декабрҙә уҡыусылар өйҙәренә әйләнеп ҡайта.
Башинформ.https://ashkadar.rbsmi.ru/articles/ishettege-me-le/Bash-ortostandan-114-u-iusi-M-sk-g-Kreml-shirshi-ina-bara-42412/
Читайте нас: