Бөтә яңылыҡтар
Саралар
13 Декабрь 2019, 11:55

Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар парадына рәхим итегеҙ

Бөгөн, 13 декабрҙә, Стәрлебаш ауылында Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар парады үтә.

Хеҙмәт коллективтарын, учреждениелар һәм бөтә төр милек предприятиелары вәкилдәрен унда ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Парадта ҡатнашыу талаптары: Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары һәм персонаждарының (Ҡар бөртөгө, Боҙбармаҡ, Шыршы, Ҡар феяһы һ.б.) байрам костюмында булыу. Ҡатнашыусылар район Мәҙәниәт йорто алдында 16.00 сәғәттә йыйыла. Колонна 16.15 сәғәттә К.Маркс урамы буйлап «ЫНЙЫ» сауҙа үҙәге алдындағы майҙанға тиклем хәрәкәт итә. Бында уҡ һеҙҙе боҙ ҡаласығын асыу, йыр-бейеүҙәр, уйындар, конкурстар һәм татлы бүләктәр көтә. Рәхим итегеҙ!
Ойоштороу
комитеты.
Читайте нас: