Бөтә яңылыҡтар
Саралар
13 Декабрь 2019, 11:55

Сираттағы еңеүселәр бар

11 декабрҙә 2020 йылдың беренсе ярты йыллығына район гәзитенә яҙылыусылар араһында сираттағы бүләк уйнатыу булды.

Һәр бүләк уйнатыу мәлендә ҡыҙыҡлы мәлдәр була. Бына был юлы ла, Ҡабыҡҡыуыш ауылынан Дилбәр Собханғолованың фамилияһын иғлан итеү менән, ул: «Бүләк уйнатыуҙа беренсе тапҡыр ҡатнашам, квитанцияны бүләк уйнатыу башланыр алдынан тиерлек кенә һалғайным. Һәм бына шундай уңыш!» тигән ғәжәпләнеүен йәшерә алманы.
Әммә бөтәһе лә ғәҙел булды. Квитанцияларҙы тартып сығарған егет ошонан алда тартмалағы квитанцияларҙы яҡшылап бутаны.
Алтынсы квитанция Стәрлебаш ауылынан беҙҙең күптәнге гәзит уҡыусыбыҙ Рәмзиә Ғәлимованыҡы булды. Бүләк уйнатыуға ул һуңлап ҡына килгәйне. Һәм ул залға ингән мәлдә тап уның фамилияһын атап ишеттерҙеләр. Тәүҙә ул хатта бүләк отҡанын да аңламаны. Ә һуңынан, әлбиттә, бик шатланды. Сөнки гәзиткә яҙылып, райондың барлыҡ яңылыҡтары тураһында хәбәрҙар булыуҙан тыш, яратҡан район гәзитенән иҫтәлеккә бүләк тә алды бит. Ҙур булмаһа ла, иҫтәлек!
Ике бүләк табылдыларға: Резеда Рәжәпова һәм Наил Абдрахмановҡа, ә тағы ике бүләк стәрлебаштарға - Тәлғәт Ҡорманаев һәм Р.Ғарифуллинаға (Тау урамы, 28) эләкте. Бер бүләк - Күндерәк ауылынан Самат Буранғоловтыҡы булды. Еңеүселәрҙе бүләктәре менән ҡотлайбыҙ һәм гәзит уҡыусыларыбыҙҙы 18 декабрҙә 11.00 сәғәттә район гәзите редакцияһында сираттағы бүләк уйнатыуҙа көтәбеҙ.Рәйсә МУСИНА.
Автор фотоһы.
Читайте нас