Бөтә яңылыҡтар
Саралар
13 Декабрь 2019, 11:45

Гражданин булыу - ғорур исем!

Кисә, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнөндә, Стәрлебаш районы ЗАГС бүлегендә беҙҙең райондың өс йәш кешеһенә тантаналы шарттарҙа паспорттар тапшырылды.

Был көндө Владимир Багаев (Борисовка ауылы), Тимур Хажиуллин (Ҡарағош), Әмир ауылынан Йәмилә Шиһабетдинова (һүрәттә) ҡулдарына иң мөһим документ һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһынан иҫтәлекле бүләк алды.
14 йәшлек мәктәп уҡыусыларының бер аҙ тулҡынланыуы күренеп тора ине, сөнки был улар өсөн мөһим ваҡиға. Уларҙың һәр ҡайһыһы паспорт алыу менән тормоштарында яуаплы этап башланыуын яҡшы аңлай. Ошо көндән алып, өлкәндәр кеүек үк, уларҙың ҙур хоҡуҡтары, шулай уҡ яңы бурыстары ла барлыҡҡа киләсәк.
Район хакимиәте башлығы Р.К.Рахманғолов йәш граждандарға документтар тапшырып, уның мөһимлеген билдәләне, изге теләктәр, билдәләнгән пландарының тормошҡа ашыуын, мәктәптә, ә артабан юғары уҡыу йорттарында һәйбәт өлгәшеүҙәрен һәм һөнәр алып, тыуған райондарына ҡайтыуҙарын теләне.
Был көндө беҙҙә эш сәфәре менән булған БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Салауат Харрасов та изге теләктәрен белдерҙе.
- Беҙгә әүҙем, инициативалы йәштәр кәрәк. Иң яҡшылар булырға, йәмғиәткә файҙалы булырға тырышығыҙ, - тип мөрәжәғәт итте йәш граждандарға Салауат Фәттәх улы.
Документ тапшырыу тантанаһында йәш граждандарҙың ата-әсәләре лә бар ине, улар ҙа бик ныҡ тулҡынланды, сөнки уларҙың алдарында етди һәм мөһим кешеләр - илдең ысын граждандары, һеҙҙең менән беҙҙең киләсәгебеҙ тора ине!Үҙ хәбәрсебеҙ. Ф.ЙОСОПОВА фотоһы.
Читайте нас: