Бөтә яңылыҡтар
Саралар
12 Декабрь 2019, 11:05

Башҡорт теле көнөндә ниндәй саралар көтөлә?

Төбәк Башлығының Указына ярашлы, 14 декабрь “Башҡорт теле көнө” тип иғлан ителде. Был көндә бөтә республикала башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереү буйынса саралар ойошторола.

2 декабрҙә социаль селтәрҙәрҙә башланған “Аҫылташ” интернет-марафонында йәш авторҙар һәм йәмәғәтселек вәкилдәре башҡортса шиғыр уҡыны. Проект шағирҙарыбыҙҙы танытыуға һәм интернетты башҡортса контент менән тулыландырыуға йүнәлтелә.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡорт теле көнө БДПУ алдындағы майҙанда Мифтахетдин Аҡмулланың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башлана. Педагогия университетының төп корпусында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика асыҡ дәресе үткәрелә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, интернет селтәрендә дәресте онлайн тәртибендә ҡарарға мөмкин.
Баш ҡаланың сауҙа үҙәктәрендә көндөҙгө сәғәт 2-нән 5-кә тиклем мәғлүмәт-күңел асыу саралары уҙғарыла. “Мега”, “Ультра”, “Башҡортостан” үҙәктәрендә башҡорт бейеүҙәрен өйрәнергә, башҡортса мобиль ҡушымталар һәм грант проекттары менән танышырға була. Тамашасылар өсөн сағыу концерт та көтөлә.https://bash.rbsmi.ru/articles/bash-ort-donya-y/Bash-ort-tele-k-n-nd-nind-y-saralar-k-t-l-36118/
Читайте нас: