Бөтә яңылыҡтар
Саралар
5 Декабрь 2019, 13:40

Йәнһүрәт геройҙарында ҡунаҡта

Шишәмбе көндө район Мәҙәниәт йортонда Инвалидтар көнөнә арналған сара булды.

Сараның төп өлөшө үткәреләсәк тамаша залына инеп, мин тәүге тапҡыр уның яртылаш буш булыуына шатландым. Был көндө Стәрлебаш коррекция мәктәп-интернаты, Реабилитация үҙәге тәрбиәләнеүселәре, беҙҙең районда йәшәүсе инвалид балалар залда үҙ урындарын алды, уларҙы тәрбиәселәре, уҡытыусылары һәм ата-әсәләре оҙатып йөрөнө.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, заманса медицина ҡаҙаныштарына ҡарамаҫтан, сәләмәтлегенә бәйле ауыр һынауҙар төшкән кешеләр һаны кәмемәй. Уларҙың күпселек осраҡта төшөнкөлөккә бирелмәүе һөйөндөрә. Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр уҡый, эшләй, дуҫтар таба, ғаилә ҡора. Улар ауырыуҙарына артыҡ иғтибар итмәҫкә тырыша: мөмкин булғанса бөтә кешеләр кеүек үк йәшәргә өйрәнә. Йәмғиәттең бурысы - уларға был йәһәттән ярҙам итеү. Уларҙың һәр ҡайһыһы тормошта үҙ урынын тапһын ине.
Ә был көндө байрамға килгән балалар бик күп ҡыҙыҡлы һәм көтөлмәгән мажараларға тарыған бәләкәй сусҡа бәрәсе Фунтик тураһында театрлаштырылған тамашаны рәхәтләнеп ҡараны. Сәхнәлә билдәле йәнһүрәт персонаждары ғына түгел, башҡа әкиәт геройҙары ла сығыш яһаны. Тамаша сағыу һәм ҡыҙыҡлы булды. Ә артистар Регина Әхмәрова, Венера Ғәлиәкбәрова, Әлмира һәм Илгиз Ибраһимовтар, Илнара Шаммасова, Венера Латыпова үҙ ролдәрен иҫ киткес шәп уйнаны! Цирк актерҙары ролдәрен "Ялҡынлы йөрәк" бейеү төркөмөнән бер ҡыҙ бик оҫта башҡарҙы.
Артабан байрам күңелле уйындар һәм спорт ярыштары менән дауам итте, унда балалар теләп ҡатнашты һәм уларҙың һәр ҡайһыһы үҙе менән бүләктәр генә түгел, яҡшы кәйеф тә алды.
Читайте нас: