Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенең бер быуатлыҡ тарихы булһа, бынан 85 йыл элек республикала ҡәләм оҫталарын туплаған берекмә барлыҡҡа килә. Ошо уңайҙан 3 декабрҙә фәнни-ғәмәли конференция, бүләкләү тантанаһы һәм байрам концерты ойошторола. Сараға яҙыусылар, нәшриәт хеҙмәткәрҙәре генә түгел, әҙәбиәт һөйөүселәр ҙә саҡырыла.