Бөтә яңылыҡтар
Саралар
29 Ноябрь 2019, 15:20

Милләт йөҙө - әсәйҙәр

Күптән түгел, Табылды ауыл мәҙәниәт йортонда Әсәйҙәр көнөнә арналған матур сара үтте. Уның сценарийы "Алтын тирмә" телевизион тапшырыуынан алынды.

Байрамда ҡатнашыусылар ике командаға бүленеп, командаларына исем, девиз, йыр әҙерләне. "Дүҫлыҡ" һәм "Милләт йөҙө - әсәйҙәр" тип аталған ике команда үҙ-ара көс һынашты. Уйын тәртибе буйынса тәңкәләрҙе һанағандан һуң, улар һаны бер тигеҙ булып сыҡты.
Дәртләндергес бүләктәр тапшырылды. Сараға килеүселәр һәм унда ҡатнашыусылар байрам табыны артында тәмле сәй эсеп, тәьҫораттары менән уртаҡлашты, хәлдәрен һорашты, гүзәл заттар бер-береһен байрам менән ҡотланын. Сара аҙағында барыһы ла йырлап-уйнап, күтәренке кәйефтә рәхмәт әйтеп таралышты.
Читайте нас: