Бөтә яңылыҡтар
Саралар
28 Ноябрь 2019, 13:25

Әсәйҙәр көнөнә бағышланған байрам

Кисә, шаршамбы көндө, Әсәйҙәр көнөнә бағышланған "Әсәй һәм ҡыҙ" район конкурсы булды.

Сара бишенсе балаһы тыуған ишле ғаиләләргә хөрмәт күрһәтеүҙән башланды. Байрам концертында тамашасылар бөтә әсәйҙәргә бағышланған иң матур һүҙҙәрҙе ишетте. "Әсәй һәм ҡыҙ" конкурсында ҡатнашыусылар иң тамашалы номерҙар күрһәтте. Әсәйҙәр һәм уларҙың ҡыҙҙары ҡулға-ҡул тотоношоп, әсәй булыу бәхетенең бөтә йылылығын һәм матурлығын күрһәтә алды. Тулыраҡ мәғлүмәт менән беҙ һеҙҙе гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә таныштырасаҡбыҙ.
Читайте нас: