Йәштәр балға бер ай тирәһе әҙерләнгән. Хореографтар ҡайһы бер парҙарҙы бер аҙна эсендә лә балда бейерлек итеп өйрәтә алған. Программала полонез, ике масштаблы вальс, америка джайвы һәм башҡа вальстар. Балға быйыл иң яҡшы номерҙар һайлап алынған.
Балды Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетының музыкаль белем биреү һәм хореография сәнғәте кафедраһы ойошторһа, кисәне Өфөнөң вокал һәм хореография сәнғәте төркөмдәре сығыштары биҙәне.