Илебеҙҙә билдәләнгән күп байрамдар араһында Әсәйҙәр көнө айырым урын алып тора. Донъялағы иң изге, хәстәрлекле, һөйкөмлө, гүзәл, аңлаусан кешеләр – әсәйҙәребеҙ алдында беҙ мәңге бурыслы.
Йыш ҡына беҙ, тормош ығы-зығыһы, мәшәҡәттәр менән туҡтауһыҙ беҙҙең тураһында уйлаған, бер нимә килеп сыҡмаһа борсолған, һәр ваҡыт ярҙамға беренсе булып ашыҡҡан, хуплаған, тынысландырған, бар булмышын беҙгә бағышлаған кеше булыуын онотоп ебәрәбеҙ.
«Әсә йөрәге» – Әсәйҙәр көнө алдынан 1-се Стәрлебаш урта мәктәбендә класс етәксебеҙ Мостафина Рима Булат ҡыҙы менән бергә беҙ, 11б класы уҡыусылары, шундай сара үткәрҙек. Әлеге байрам беҙҙең класта традицияға әүерелде. 11 класта БДИ тапшырыуға ныҡлы әҙерлек барыуға ҡарамаҫтан, һөйөклө әсәйҙәребеҙҙе хөрмәт итеү ғәҙәтен боҙмаҫҡа булдыҡ, әсәйҙәребеҙ ҙә сараны көтөп алды.
Бик ентекле әҙерләндек, әсәйҙәребеҙгә алдан уҡ саҡырыу ҡағыҙы тапшырылған ине, был да әҙерлектең етди булыуы тураһында һөйләй. Һөҙөмтәлә, онотолмаҫлыҡ байрам килеп сыҡты. Әсәйҙәр өсөн класташтарыбыҙ әҙерләгән йырҙар, халыҡ бейеүҙәре башҡарылды. Һәр уҡыусы әсәһенең күҙҙәренә ҡарап, хисле шиғырҙар һөйләне.
Рима Булат ҡыҙы тарафынан беҙҙең мәктәп тормошо тураһында әҙерләнгән ҙур презентация кисәлә ҡатнашыусыларҙың барыһын да ҡыҙыҡһындырҙы.
Сара дауамында әсәйҙәребеҙҙең йөҙө шатлыҡтан балҡыны. Сөнки үҫеп килгән улынан йәки ҡыҙынан рәхмәт һүҙҙәре ишетеү һәм уның яратыуын белдереү бик тулҡынландырғыс миҙгел.
Кисәне алып барыусылар балаларҙы һәм әсәйҙәрҙе тағы ла яҡынайтыусы ҡыҙыҡлы уйындар һәм конкурстар ҙа үткәрҙе.
Балаларҙың әсәйҙәре менән бергә түңәрәккә баҫып, шәм ҡабыҙып, әсәйҙәрҙе һаҡларға, уларҙың ҡәҙерен белергә саҡырыусы һүҙҙәр әйткән мәлдәр барыһының да хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр, моғайын. Был һүҙҙәрҙе ғүмеребеҙ буйына күңелдәрбеҙҙә йөрөтәсәкбеҙ, сөнки быйыл беҙ мәктәпте тамамлап, тыуған йортобоҙҙан айырылабыҙ.Әсәйҙәребеҙҙең тулҡынланыуынан күҙҙәре йәшләнде. Әлбиттә инде, был кисәлә һәр әсәй бүләккә сәскә гөлләмәһе, йөрәк формаһында шар һәм ҡотлау открыткаһы алды.
Сара һәр ваҡыттағыса әсәйҙәр һәм балалар әҙерләгән тәмле ризыҡтарҙан һығылып торған сәй табыны артында тамамланды. Йомғаҡлап, беҙ, 11б класы уҡыусылары, беҙҙә яҡындарыбыҙҙа ихтирам, уларға ярҙамсыл һәм хәстәрлекле булыу сифаттарын тәрбиәләгән өсөн класс етәксебеҙ Рима Булат ҡыҙына рәхмәт белдерәбеҙ! Ул беҙҙе ошо йылдар дауамында әсәйҙәребеҙгә ҡарата рәхмәтле һәм иғтибарлы булырға өйрәтте. Уға сәләмәтлек, ижади уңыштар һәм имен тормош теләйбеҙ.
1-се Стәрлебаш урта мәктәбенең
11 б класы уҡыусылары исеменән
Динар ИЛЬЯСОВ.
Автор фотоһы.