Бөтә яңылыҡтар
Саралар
25 Ноябрь 2019, 15:00

«Ҡаҙ өмәһе» гөрләй ауылдарҙа

Ауыл халҡы йыл әйләнәһенә бал ҡорто кеүек тырышып эшләй. Иртә яҙҙан баҡса ултырта, йәй буйына мал-тыуар ҡарай, ҡош-ҡорт аҫрай. Йорттарында ҡош-ҡорттоң ниндәй генә төрөн үҫтермәй улар - бройлерҙар, өйрәктәр, күркә һәм ҡаҙҙар. Тауыҡ һәм өйрәктәрҙе хужабикәләр үҙҙәре генә йолҡоп, эш итһә, ҡаҙҙарҙы яңғыҙыңа ғына эшләүе ауыр. Шуға күрә, көндәр һыуытып, ҡар ятһа ауылдарҙа «Ҡаҙ өмәләре» башлана. Үткән аҙнала ошондай байрамды Айтуған ауылында үткәрҙеләр. Әйткәндәй, был ауыл Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы иғлан иткән «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнаша.

Минзәлә апай менән Фәрит ағай Шәрәфетдиновтар - Айтуған ауылында үрнәкле ғаилә. Икеһе лә урындағы хужалыҡта эшләгән, хәҙер иһә хаҡлы ялда. Әммә уларҙың хужалығын барып күрһәң, хужаларҙың бер минут та ҡул ҡаушарып ултырмауына шик юҡ. Бер нисә баш эре мал тоталар. Ҡош-ҡортто тиҫтәләп иҫәпләйҙәр. Быйыл 70 ҡаҙ үҫтергәндәр. Хужабикә әйтеүенсә, элек ҡаҙҙары үҙҙәре баҫып бәпкә сығарһа, хәҙер иһә ҡаҙ бәпкәләрен һатып ҡына алалар икән. Һәм 70 бәпкәнең барыһы ла үҫкән. Әлбиттә, шул тиклем ҡаҙҙы бер үҙең генә эш итеп булмай, шуға күрә бер нисә өмә үткәрергә тура килгән.
Был көндө Шәрәфетдиновтарҙың йортона иртә менән туғандары, яҡындары һәм күршеләре ашыҡты. Фәрит ағай ҡаҙҙарҙы һуйғандан һуң, ҡатын-ҡыҙҙар түшкәләрҙе йолҡорға әҙерләне. Ауылда бөтә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа тиерлек был эштең оҫталары. Баянға ҡушылып йырлап (Рәфил Азаматов менән Фәнил Дияров уйнаны), улар был еңел булмаған эште лә башҡарҙы.
- Ошондай өмәләрҙе яратам, - тип уртаҡлашты Гөлназ Нафиҡова. - Бында ярҙам итеп кенә ҡалмайһың, рәхәтләнеп аралашаһың да. Йәш ҡатын-ҡыҙҙар ошондай сараларҙа - йорт эштәренә, элек-электән ҡәҙерләп һаҡланған күңелле традициялар, йолаларға өйрәнә.
Ауылдаштары Дамира Диярова, Тәскирә Вәлиева, Эльвира Мусина, Гөлнур Кинйәбуҙова ошондай эштәрҙә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Земфира Мөхтәруллина, Илфира Хәбетдинова һәм Флүзә Усмановалар Йәшергәндән килгән. Пенсионерҙар Сәриә апай Асҡарова менән Сәрүәр апай Хисаметдиновалар ҙа ситтә ҡалмаған, уларҙың икеһе лә 80 йәштән уҙған. Ҡаҙ йолҡҡанда ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Йәшерәк ҡатындар тышта ҡаҙҙарҙың эсен алғансы, өлкәнерәктәре өйҙә ҡаҙ ҡанатын һыҙырҙы. Ҡаҙ йөнө генә түгел, һыҙырылған ҡанат йөнө тултырылған мендәрҙәр бик йомшаҡ килеп сыға икән. Ҡатындар ҡаҙҙарҙың эсен таҙартып бөткәс, уларҙы матур биҙәлгән көйәнтәләренә элеп, Шәрәфетдиновтарҙың өйө эргәһендә ағып ятҡан Тәкә йылғаһына юлланды. Хужабикә Минзәлә апай алдан юл буйына ҡаҙ ҡаурыйҙары һибеп барҙы. Был йола киләһе йылда ла хужаларҙың ҡаҙҙары күп булыуына өмөт менән башҡарыла. Йылғаның һалҡын һыуында сайҡап алғас, түшкәләрҙе тоҙлап, элеп ҡуйҙылар. Эш бөткәс бөтәһе лә табын артына йыйылды. Өҫтәл иретелгән ҡаҙ майы менән майланған тәмле-тәмле ҡоймаҡтар, ҡаҙ ите, ваҡ бәлеш, ләүәш, төрлө ҡамыр аштарынан һығылып торҙо, шулай уҡ самауыр ҙа ҡайнап ултырҙы. Хужалар бөтәһенә лә мөһим эштә ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе. Минзәлә апай әйтеүенсә, ҡош-ҡорт миҙгеле тамамланды, хәҙер бәйләү эшенә тотонһаң да була. Ул мамыҡ шәлдәр бәйләй, матур алъяпҡыстар, мендәр тыштары һәм башҡа әйберҙәр сигә икән.
Йәшергән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Йәүҙәт Фәтҡуллин билдәләүенсә, Айтуған ауылы халҡы бик егәрле. Уларҙың һәр ҡайһыһының хужалығы ҙур һәм ныҡлы. Кеше эш менән мәшғүл булғанда, уның насар ғәҙәттәргә ваҡыты ҡалмай. «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашып, улар сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға ҡарар итеүҙәрен тағы бер тапҡыр дәлилләне.
Ҡаҙ өмәһе - кешеләрҙә муллыҡ, изге күңеллелек,бер-береңә ярҙам итеү кеүек сифаттарҙы үҫтереүсе йола ул. Халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға тапшырылған, һаҡланған ошондай йолалары булыуы бик һөйөнөслө.
Читайте нас: