Бөтә яңылыҡтар
Саралар
21 Ноябрь 2019, 20:55

Республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә иң юғары бүләк – “Алтын скальпель” премияһы үҙ хужаһын тапты

Өфөлә алдынғы хирургтарға премия тапшырылды. “Хирургияның көнүҙәк мәсъәләләре” республика ғилми-ғәмәли конференцияһында Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов юғары наградаға лайыҡ булды.

“Алтын скальпель” премияһы Башҡортостан хирургтары берләшмәһе тарафынан булдырылған һәм хирургтарҙың хеҙмәте өсөн юғары баһа һанала. Ул йылына бер тапҡыр тапшырыла.
Әйткәндәй, Валентин Павлов үҙенең эшмәкәрлеге осоронда йөҙҙән ашыу операция эшләй, хирургия өлкәһенә заманса дауалау ысулдарын индерә. Республикала беренселәрҙән булып робот Давинчи ярҙамында ир-егеттең енес ағзаһына операция яһай. Башҡортостандың хирургтар ассоциацияһы шулай уҡ иң яҡшы ғилми хеҙмәттәрҙе, эштәрҙе билдәләп, дипломдар менән тәбрикләне. Конференцияла республика һәм илдең алдынғы хирургтары һәм, Ҡытай университеты делегацияһы ла ҡатнашты.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Respublikani--auli--a-lau-lk-end-i-yu-ari-b-l-k--Altin-skalpel-premiya-i--huga-in-tapti-15818/
Читайте нас: