Стэрлебаш шишмэлере
+13 °С
Дождь
Саралар
21 Ноября 2019, 16:15
Баймаҡ районының "Йырлаусы ауыл"дары билдәләнде
Бында Халыҡ ижады үҙәгендә ауыл биләмәләре араһында үткән "Йырлаусы ауыл" республика вокал ижады конкурсының икенсе район этабы һәм гала-концерт уҙҙы.
Бәйгенең тәүге өлөшө ауыл мәҙәниәт усаҡтарында уҙҙы. Унда үҙешмәкәр йыр коллективтары - халыҡ, фольклор, эстрада йырҙары вокал ансамблдәре; ғаилә ансамблдәре; ир-егеттәрҙең вокаль ансамблдәре һәм яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнашты.
Конкурста 64 төбәктән 1400 кеше ҡатнашты. Улар араһынан икенсе этапҡа 355 кеше сыҡты һәм гала-концертҡа үтте.
Баһалама ағзалары райондың йырлаусы ауылы тип Иҫке Сибайҙы, Ишбирҙене, Таулыҡайҙы, Бикеште, Сыңғыҙҙы, Буранбайҙы, Уралды һәм Комсомолды асыҡланы. Улар киләһе йылдың февраль-мартында Өфөлә "Йырлаусы ауыл" республика вокал ижады конкурсының өсөнсө этабында ҡатнашасаҡ.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bayma-rayonini--Yirlausi-auil-dari-bild-l-nde-15709/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"