Бөтә яңылыҡтар
Саралар
17 Ноябрь 2019, 21:00

Йәш таланттарҙың ҙур еңеүе

Балаларҙың ижадын популярлаштырыу маҡсатында республикала байтаҡ саралар үткәрелә. Ошо ял көндәрендә Өфөлә "BRILLIANT TALENTS" I Халыҡ-ара балалар-үҫмерҙәр конкурсы уҙҙы. Ҙур сарала беҙҙең Стәрлебаш районының йәш таланттары ҡатнашыуы һөйөнөслө.

Стәрлебаш ауылының 4 һанлы "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләйсән Моратова етәкселек иткән бейеү коллективы әлеге бәйгелә ҡатнашып, II һәм lll дәрәжә дипломанттары исеменә лайыҡ. Яңғыҙ бейеүҙә Камила Ҡәйүпова “Бөрйән ҡыҙы” бейеүен башҡарып, l дәрәжә дипломанты була.

Балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен, шулай уҡ Ләйсән Моратованы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: