Бөтә яңылыҡтар
Саралар
16 Ноябрь 2019, 23:00

Айтуғанда ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте

Хәҙер ауылда халыҡ күпләп ҡош-ҡорт аҫрай, мал-тыуар көтә. Баҡса эштәре тамамланыу менән шаулап-гөрләп ҡаҙ өмәләре үтә. Айтуған ауылы халҡы ла шулай бер - береһенә ярҙам күрһәтеп, үҙ - ара татыу йәшәй.

Бөгөн бында Шәрәфетдиновтар ғаиләһендә ҡаҙ өмәһе үтте. Фәрит ағай менән Миңзәлә апай быйыл 70 ҡаҙ үҫтергән. Өмәгә улар күршеләрен, туғандарын һәм дуҫтарын саҡырып, халҡыбыҙҙың матур йолаларын еренә еткереп үтәне.

Фәрит ағай ҡаҙҙарҙы һуйғандан һуң, ҡатын-ҡыҙҙар, түңәрәккә теҙелеп ултырып, халҡыбыҙ йырҙарын йырлай-йырлай күңелле итеп ҡаҙ йолҡто. Әйтергә кәрәк, улар эшкә генә түгел, йыр-моңға ла бик әүҙемдәр ине. Эсен алып, таҙартҡандан һуң, ҡаҙ түшкәләрен көйәнтәләргә элеп Тәкә йылғаһына алып төшөп сайҡанылар.

Һуңынан хужабикә әҙерләгән ҡаҙ ите, ҡаҙ майы менән майланған ҡоймаҡ, бәлеш менән ашап, сәй эстеләр.

Әйтергә кәрәк, Айтуған ауылы быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша. Йәшергән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Йәүҙәт Фәтҡуллин әйтеүенсә, Айтуған ауылы үҙенең тырыш, егәрле халҡы менән айырыла. Эш менән шөғөлләнгән кешенең насар ғәҙәттәргә ваҡыт ҡалмай.

Ә беҙ Айтуған ауылы халҡына ошондай матур эштәре менән конкурста еңеүен теләйбеҙ!

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА. Автор фотолары.
Читайте нас: