Бөтә яңылыҡтар
Саралар
12 Ноябрь 2019, 11:10

Районда тәртип һаҡсыларына хөрмәт күрһәтелде

Уҙған йома район Мәҙәниәт йортонда Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә бағышланған байрам сараһы үтте.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы бүлек начальнигы Илфат Ҡолһарин хеҙмәт буйынса коллегаларын һөнәри байрамдары уңайынан йылы һәм ихлас ҡотланы. Полицейский һөнәре ауыр һәм күп яҡлы, хеҙмәт ваҡыт менән генә сикләнмәгән тип билдәләне ул. Полицейскийҙарға ял көндәре менән иҫәпләшмәйенсә, тәүлек әйләнәһенә эшләргә тура килә. Ә башҡалар байрам көндәрендә ял иткәндә, уның хеҙмәттәштәренә, киреһенсә, көсәйтелгән режимда эшләргә тура килә. Шуға ҡарамаҫтан, берәү ҙә зарланмай. Стәрлебаш полицейскийҙары үҙ бурыстарын еренә еткереп, яуаплы башҡара. Улар тәүлегенә 24 сәғәт дауамында закон һәм тәртип һағында тора, мохтаждарға һәр минутта ла ярҙамға килергә әҙерҙәр.
Илфат Сибәғәтулла улы ныҡлы тыл булғандары, төрлө яҡлап ярҙам иткәндәре, һөнәрҙәренең үҙенсәлеген аңлағандары өсөн коллегаларының туғандарына һәм яҡындарына айырым рәхмәт белдерҙе.
Залда ултырыусы хеҙмәткәрҙәрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов, райондың элекке эске эштәр бүлеге начальнигы Хәмит Исмәғилев, район ветерандар советы рәйесе Кәлимулла Шәрәфетдинов, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы ветерандары советы рәйесе Камил Асҡаров йылы ҡотланы. Традицияға ярашлы, айырыуса батырлыҡ күрһәткән хеҙмәткәрҙәр намыҫлы хеҙмәт иткәндәре өсөн Рөстәм Рахманғолов һәм Илфат Ҡолһарин ҡулынан Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары алды. Эске эштәр бүлеге коллективы коррекция мәктәбе учреждениеһы балаларына шефлыҡ иткәндәре һәм даими бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткәндәре өсөн уларға коррекция мәктәбе етәкселегенән Рәхмәт тапшырыу күңелле сюрприз булды.
Ә һөнәри байрамдары хөрмәтенә тәртип һаҡсыларына район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре музыкаль номерҙар бүләк итте. Йөрәк түренән сыҡҡан йыр-бейеүҙәр сараны биҙәне, йыйылыусыларға күтәренке кәйеф бүләк итеп, уға айырыуса йәм өҫтәне.
Читайте нас: