Бөтә яңылыҡтар
Саралар
25 Октябрь 2019, 14:00

Йәш бейеүселәр оҫталыҡтарын арттыра

Стәрлебаш ауылының 4 һанлы балалар баҡсаһында эшләп килгән хореография түңәрәгендә учреждение тәрбиәләнеүселәре теләп шөғөлләнә.

Йәш артистар ағымдағы йыл йәйен «Байыҡ» башҡорт конкурсының һайлап алыу турында сығыш яһап, оҫталығын күрһәтте. Һәм бына күптән түгел «Йондоҙсоҡ» коллективы «Первый на неделе» таланттар шоуы киң күләмле телепроектында ҡатнашырға ҡарар итте.

- Ата-әсәләр менән кәңәшләшкәндән һуң, конкурста ҡатнашыу өсөн заявка һәм һайлап алыу турына видео ебәрҙем. Бер аҙ ваҡыттан саҡырыу алдыҡ, - тип һөйләй түңәрәк етәксеһе Ләйсән Моратова. - Съемкалар Өфө ҡалаһында мәҙәни-күңел асыу үҙәгендә үтте. Балалар «Беҙ бәхетле ҡошсоҡтар» башҡорт бейеүен һәм Камила Ҡәйүпова башҡарыуында «Бөрйән ҡыҙы» соло-бейеүен күрһәтте. Балалар лайыҡлы сығыш яһаны. Ижади һәләттәрен һәм таланттарын тулыһынса күрһәтергә тырышты, сәхнәлә үҙҙәрен ышаныслы тотто.

Балалар ҙа, бейеү түңәрәге етәкселәре лә оҫта һәм талантлылар! Афарин! Бындай проекттарҙа ҡатнашыу ҙур уңыш, һәм, әлбиттә, тәжрибә. Сығыш яһағандан һуң йәш артистар етәкселәре менән бергә интервью бирҙе, фотосессияла теләп ҡатнашты. Бер айҙан ютуб каналында сәхнәлә уларҙың сығыштары менән видео ҡарарға мөмкин буласаҡ. Ә марафон йомғаҡтарын тауыш биреү ярҙамында үткәрәсәктәр. Кем иң күп тауыш йыя, ул «Славянский базар» халыҡ-ара конкурсына бара. Йәш таланттарға уңыштар һәм ижади еңеүҙәр теләйбеҙ!

Фаягөл ЙОСОПОВА. Л.Моратова фотоһы.
Читайте нас: