Бөтә яңылыҡтар
Саралар
25 Октябрь 2019, 12:16

Бәләкәй ауылдың оло шатлығы

Өсөгән-Әсән ауылында һуғышта ҡатнашыусыларға һәйкәл асылдыБыл көндө - яу яланында геройҙарса һәләк булған, шулай уҡ алған яраларҙан уңалмай һәм олоғайып вафат булған Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарға һөйкәл ҡуйыуҙы өсөгәнәсәндәр күп йылдар көттө. Һәм бына ауыл йылъяҙмаһына иҫтәлекле ваҡиға һәм ҙур байрам кеүек инәсәк көн килеп тә етте.

Иртән-иртүк бер туҡтамай ямғыр быҫҡаҡлап яуып торҙо. Был көндө һауа ла ҡасандыр Тыуған илен дошмандарҙан һаҡларға киткәндәрҙе һәм бөгөн байрамда булмағандарҙы ҡайғыртып илаған кеүек тойолдо. Барлыҡ ауыл халҡы тиерлек - өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә билдәләнгән сәғәткә төп майҙанда йыйылды. Фронтовиктарҙың тол ҡатындары, тыл хеҙмәтсәндәре, әлегә ҡара япма менән ябылған ҡара мәрмәрҙә фамилиялары мәңгеләштерелгәндәрҙең улдары, ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре уларҙың ҡарт олатайҙарына һуғышта йөҙләтә ауыр булыуын һәйбәт аңлай. Уларға һауанан ошондай уҡ көҙ көндәрендә һыуыҡ ямғырҙар ғына түгел, ә үлемесле снарядтар ҙа яуған. Сатлама һыуыҡ, эҫе көндәр, батҡаҡ булыуға ҡарамаҫтан, улар һәр ваҡытта ла алышҡа бара. Оҙаҡҡа һуҙылған дүрт йыл. Һәм Өсөгән-Әсән ауылы фронтовиктарының рәхмәтле нәҫеле был көндө берҙәмлек һәм ойошҡанлыҡ күрһәтте.

Кешеләр күңелен бер юлы йөрәк әрнеткес һағыш һәм ғорурлыҡ менән тулыландырған тантаналы хәрби марш яңғыраны. Район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Венера Шәрипова етәкселегендә ҡунаҡтарҙы традицион бауырһаҡ һәм ҡымыҙ менән ҡаршылағас, митингты тантаналы асыу булды. Хәрби кейемдә малайҙар Стелаға ҡыҙыл байраҡ индергәс һәм почетлы ҡарауылға баҫҡас, йыйылыусыларҙың күҙҙәре йәшләнде. Күрелгәндәрҙән тәьҫораттар шул тиклем тулҡынландырғыс һәм сағыу булды.

- Бөгөнгө ваҡиғаны бик күп кешеләр тырышлығы һәм урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы ярҙамында бойомға ашырыу мөмкин булды, - тип билдәләне Буҙат ауыл биләмәһе башлығы Салауат Сәфәрғәлиев. - Өсөгәнәсәндәр идеяны хуплап ҡына ҡалманы, ә уны тормошҡа ашырыр өсөн әһәмиәтле өлөш индерҙе. 360 мең һумдан - Стеланың хаҡы шундай, 252 мең һумын республика бүлде, 108 мең һумын - ауыл халҡы, «ТОЛПАР» йәмғиәте һәм Буҙат ауыл биләмәһе индерҙе.

Ул ауыл халҡы Стеланы кәртәләү, уға барырға күпер төҙөү эштәрен бушлай башҡарҙы тип билдәләп, айырыуса 82 йәшлек Тәбрис Ғиниәтуллин, Әхмәт Әсәҙуллин, Миләүшә Сабитова, Илдар Ғәлимуллин, Миңлеғаян Ғилемовтарға һәм Стеланы төҙөүҙә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткәне өсөн уның улдарына ҙур рәхмәт белдерҙе.

- Тыуған илде яҡлаған яҡташтарыбыҙ тураһында хәтер - изге хәтер. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Дөйөм тырышлыҡ менән беҙ изге эш башҡарҙыҡ, - тине Салауат Рәшит улы һүҙен тамамлап һәм матур шиғыр һөйләне.

Уның мәғәнәһе шунда, кешеләр һәләк булғандарҙы хәтерләгәндә - уларҙың рухтары шатлана, ә һәйкәлдәр улар тураһында хәтергә төшөрөп тора.

Ауыл йылъяҙмаһында онотолғоһоҙ ваҡиға менән өсөгәнәсәндәрҙе Венера Ғәйнулла ҡыҙы ла ҡотланы. Бергәләп, айырыуса тәрбиәүи-патриотик әһәмиәттә бик кәрәкле һәм мөһим эш башҡарылды, тип билдәләне ул.

Сығыш яһаусылар араһында элекке колхоз парторгы, хеҙмәт ветераны Сәғитйән Ғабсаттаров һәм Ҡөрьәндән сүрәләр уҡыған имам-хатиб Биктимер Нәзировтар ҙа бар ине. Улар ауыл халҡы исеменән тәүге минуттан уҡ идеяларҙы әйтеп ишеттергән һәм эштәр тамамланғанға тиклем ошо ябай булмаған эшкә бар күңелен һалған ауыл биләмәһе башлығы Салауат Сәфәрғәлиевҡа айырыуса рәхмәт белдерҙе. Әсәһенең тыуған ауылына ҡайтҡан популяр йырсы, әлеге ваҡытта Татарстанда йәшәүсе Ришат Шәйхетдиновтың сараға килеүе йыйылыусылар өсөн шатлыҡлы сюрприз булды. Тормош иптәше Айгөл менән бергә яҡташтарының шатлыҡтарын уртаҡлашырға ҡайтып, улар күңелгә үтеп инерлек йырҙары менән һөйөндөрҙө. Әйткәндәй, Ришат менән Айгөл ағымдағы йылда Татарстанда 26 иң татыу һәм ныҡлы ғаиләләр иҫәбенә ингән, уларҙы Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миниханов үҙе ҡотлаған. Афарин, яҡташтар!

Концерт ваҡытында Буҙат ауыл мәҙәниәт йортоноң «Сөмбөлә» вокаль ансамбле, Әнисә Сәфәрғәлиева, Гөлйөҙөм Сәйепова, Минзәлә Усманова, Гөлнәзирә Ғүмәровалар башҡарыуында йырҙар, Радмир Хәсәнов уҡып ишеттергән шиғыр күңелгә дәрт өҫтәне. Башҡарылған йырҙарҙың бер нисәһе өсөгәнәсәндәрҙең яратҡан һәм талантлы яҡташы, М.Аҡмулла исемендәге район премия лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөлфиә Ғиззетдинова шиғырҙарына яҙылды, ул ауылдаштары үтенесе буйынса был матур сараны алып барҙы ла.

Артабан, тантаналы шарттарҙа Стеланан япма алынғас, йыйылыусылар уға тере сәскәләр һалды һәм уның тирәләй сәскәләр ултыртты. Артабан барыһын да һалдат бутҡаһы һәм тәмлекәстәр менән сәй эсергә саҡырҙылар.

... Өсөгән-Әсән ауылы халҡы һәр ваҡыт ҙур бер ғаилә булып йәшәй, бер-береһе менән шатлыҡ-ҡыуанысын да уртаҡлаша. Үҙгәртеп-ҡороу йылдары уларҙың тормошона үҙгәрештәр индерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр ваҡыт яҡшы яҡҡа ғына түгел. Бында бөгөн мәктәп, балалар баҡсаһы, магазин юҡ... Әммә хәҙер бында уларҙың килеп, ата-бабаларының иҫтәлеген хөрмәтләр урындары бар. Һәм, бәлки, кем белә, бәләкәй генә ауылдың һәм тыуған еренә тоғро ауыл халҡының икенсе тормошо тап ошо көндән - Һуғышта ҡатнашыусылар Стелаһын асыу көнөнән иҫәпләнә башлар. Шулай булһын!

Үҙ хәбәрсебеҙ. Фото Мәҙәниәт йорто сайтынан алынды.
Читайте нас: