Бөтә яңылыҡтар
Саралар
14 Октябрь 2019, 11:15

Республика көнө хөрмәтенә Стәрлетамаҡ филармонияһы коллективы үҙенең сығышы менән стәрлебаштарҙы һөйөндөрҙө

Республиканың төп байрамы – Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында Декларацияны ҡабул итеүҙең 29 йыллығына бағышланған тантаналар дүшәмбе көн район Мәҙәниәт йортонда үтте.БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, республиканың ауыл хужалығы министры И.И.Фәзрахманов байрамда ҡәҙерле ҡунаҡ булды.

Стәрлебаштар өсөн Стәрлетамаҡ филармонияһы артистары әҙерләгән концерт башланыр алдынан район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов ҡунаҡты райондың төрлө йәштәге оҫталары: Балалар ижад йортонда тәрбиәләнеүселәрҙән алып пенсионерҙарға тиклем әҙерләгән ҡул эштәре, биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе менән таныштырҙы. Илшат Илдус улы экспонаттарҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Бигерәк тә уны Стәрлебаш оҫталары бәйләгән биҙәкле мамыҡ шәлдәр, Зөлфиә Иҙрисованың оҫта ҡулдары менән башҡарылған туҡыма киҫәктәренән матур итеп эшләнгән юрған, мендәрҙәр, Әлфиә Ильясова эшләгән кейеҙ изделиелар (аяҡ кейеме, баш кейеме, быймалар) йәлеп итте. Ҡунаҡ үҙәк район дауаханаһы, музей, биләмә-ара китапхана тәҡдим иткән экспонаттарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы.

Тамаша залы тулы ине тиерлек. Саҡырылыусылар араһында учреждение, ойошмаларҙың элекке һәм хәҙерге етәкселәре, хеҙмәт ветерандары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре бар ине.

Йыйылыусыларҙы байрам менән тәбрикләп, алып барыусылар район хакимиәте башлығы Рөстәм Камил улына һүҙ бирҙе. Ул республиканың, райондың данлы юлы, суверенитет йылдары, ирешелгән ҡаҙаныштар тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте. Һуңғы йылдарҙа башҡарылған эштәр менән ентеклерәк таныштырҙы. Был яңыртылған парк һәм йорт алдары, ремонтланған юлдар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, аграрийҙар ирешкән уңыштар һ.б.

Унан һуң һүҙ алған Илшат Илдус улы стәрлебаштарға республика башлығы Радий Хәбировтың ҡайнар ҡотлауҙарын еткерҙе. Башҡортостандың бөгөнгө көндә Волга буйы федераль округында үҫешкән төбәктәрҙең береһе булыуын, барлығы 177 млрд. һумлыҡ 12 милли проектта әүҙем ҡатнашыуын билдәләне.

- Республика башлығы тарафынан беҙҙең киләсәктә биш йылға кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу, эске тулайым продукт етештереү, тыуымды, ғүмер дауамлылығын арттырыу, кешеләрҙе республикаға ҡайтарыу, яңы объекттар төҙөү йәһәтенән ҙур бурыстар ҡуйылды һәм беҙ уларҙы үтәргә тейеш, - тип билдәләне Илшат Илдус улы. – Иң мөһиме, бергә булайыҡ һәм һәр ваҡыт алға ынтылайыҡ.

Сығышы аҙағында ул Айҙарәле ауыл биләмәһе башлығы Сабирйән Хәкимовҡа (һүрәттә) ауылдаштары тормошон яҡшыртыу хаҡына күп йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Төрлө ойошма һәм учреждениеларҙан алдынғылар төркөмө һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн һәм Республика көнө уңайынан Рөстәм Рахманғолов һәм район Советы рәйесе Юнир Рысаев ҡулынан Маҡтау грамоталары алды.

Артабан Стәрлетамак филармонияһы артистары әҙерләгән бик матур, тамашалы, сағыу концерт булды. Уларҙың дәртле бейеүҙәре, йырҙары, ҡурай моңдары тамашасылар тарафынан йылы ҡабул ителде. Шуныһы ғына күңелде ҡырҙы, эвакуация тураһында сигнализация көтмәгәндә эшләп китте. Етди берәй хәл булғандыр тип тамашасылар сыға башланы. Артистарға тейешле баһаны бирергә кәрәк, улар концертты туҡтатманы, сығыш яһауҙарын дауам итте. Ә күпселек кешеләр, ялған сигнал булыуына ышанып, үҙ урындарына килеп ултырҙы. Был хәл күрһәтеүенсә, хәүефле минуттарҙа яҡташтарыбыҙҙың ҡаушап ҡалмай, ғүмерҙәрен һаҡлап ҡала аласағына ышанырға мөмкин. Филармония артистарына рәхмәт, әлеге ғәҙәттән тыш хәлде аңланылар, үпкәләмәнеләр, сығыштарын дауам иттеләр һәм уны бик матур тамамланылар. Концерт барыһына ла бик оҡшаны. Республика байрамы алдынан ул яҡшы кәйеф бүләк итте, матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Рәйсә МУСИНА.
Читайте нас: