17.00 сәғәттән Мәҙәниәт һәм ял паркының йәйге эстрада сәхнәһендә байрам концерты башланды. Тамаша алдынан учалылар Республика гимнын башҡарыу буйынса флешмобҡа дәррәү ҡушылды. Урындағы филармония артистары, “Поющие сердца” ветерандар хоры коллективы, “Заман” этнотөркөмө сығыштары барыһының да күңеленә хуш килде.