Бөтә яңылыҡтар
Саралар
8 Октябрь 2019, 17:13

Иң ҙур хөрмәт һеҙгә, өлкән йәштәгеләр!

Октябрь айы беҙҙе көҙ осороноң гүзәллеге менән генә түгел, түҙемһеҙләнеп көтөп алған байрамы менән дә һоҡландыра. Был - Өлкән йәштәгеләр көнө. Дөрөҫөрәге, сәстәренә сал ҡунһа ла, күңелдәре менән ҡартаймаған, атайҙарыбыҙ, әсәйҙәребеҙ, олатайҙарыбыҙ һәм өләсәйҙәребеҙ байрамы.Матур кейемдәрен кейеп, тиҫтә йылға йәшәргәндәй булып, был көндө улар хөрмәтенә әҙерләнгән концертты ҡарап ял итер өсөн мәҙәниәт йорттарына һәм ауыл клубтарына ашыға, артабан байрам кәйефендә табын әҙерләп, үҙҙәрен көткән элекке хеҙмәттәштәренә ҡунаҡҡа килә. Бергәләшеп йәшлек йылдарын, нисек эшләүҙәрен һәм йәшәүҙәрен иҫкә алалар.

Бына быйыл да, 1 октябрҙә, 10.00 сәғәткә район Мәҙәниәт йортона ветерандар йыйыла башланы. Ишек алдында уларҙы йылмайып, ҡыҙҙар һәм берҙәмрәсәйҙәр йылы ҡаршы алды, ошо япраҡтар кеүек тормош көҙө лә сағыу булһын тигән теләктәр менән төрлө төҫтәге саған япраҡтарын бүләк итте. Артабан фойела теләге булғандар ған баҫымын үлсәтте, кәрәк булғанда Тәтер-Арыҫлан ауыл табиплыҡ амбулаторияһының участка табип-терапевы Гөлнара Сәмиғуллина етәкселегендә урындағы район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренән квалификациялы медицина ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә булды. Табипҡа күренеү ихтыяжы булмағандарҙы йәнәшәлә генә мул итеп әҙерләнгән өҫтәлдә Стәрлебаш ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре уларҙы ҡайнар сәй менән һыйланы. Концерт башланғанға тиклем күптәр боронғо самауырһәм көршөктәр, сигелгән картиналар һәм сәйләндән эшләнгән әйберҙәр коллекцияһы тупланған күргәҙмә менән танышты.

... Концерт башланыуын белдереп музыка яңғыраны. Уны дәртле йыры менән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Стәрлебаш сәхнәһе һандуғасы Флүрә Арыҫланғолова асып ебәрҙе. Артабан өлкәндәргә рәхмәт һүҙҙәре һәм ҡотлау менән район ветерандар советы рәйесе Кәлимулла Шәрәфетдинов сығыш яһаны.

- Йәшлек йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт. Әле лә эшһеҙ ултырмайһығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙе тәрбиәләшергә ярҙам итәһегеҙ, әүҙем тормош алып бараһығыҙ, тирә-яҡтағы ваҡиғаларға битараф түгелһегеҙ, - тип билдәләне Кәлимулла Хәйрулла улы. - Киләсәктә лә шулай күңелегеҙ менән йәш булып ҡалығыҙ. Спорт, үҙешмәкәр сәнғәт менән шөғөлләнегеҙ, өмәләрҙә ҡатнашығыҙ. Туплаған белемегеҙ, кәңәшегеҙ һәм ярҙамығыҙ йәштәргә бик кәрәк. Һәр көнөгөҙ байрамса үтһен, - тигән теләктәрен еткереп, ветерандарҙың «Серебряночка» халыҡ вокаль ансамбле етәксеһе Маргарита Сәлиховаға Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғоловтың да ҡотлауы бик йылы булды, ул ветерандарға яҡындарының һөйөүен һәм иғтибарын, күңел йылыһын, лайыҡлы ҡартлыҡ теләне. Артабан Рөстәм Камил улы республика Башлығы Радий Хәбировтан 50 һәм 60 йыл бергә йәшәгән, шатлығын да, ҡайғыһын да бергә уртаҡлашҡан ғаилә парҙары Мәҙинә һәм Риф Усмановтар, Мәҙинә һәм Самат Дәминовтар, Венера һәм Тимерхан Ғабдуллиндар, Ғәлиә һәм Фәнил Фәйзуллиндар, Зөлфирә һәм Ришат Исмәғилевтарға (һүрәттә) бүләктәр һәм ҡотлау открыткалары тапшырҙы. Балаларынан, ейән-ейәнсәрҙәренән, дуҫтарынан сәскә гөлләмәләре, шулай уҡ концерт номерҙары ла юбилярҙар өсөн шатлыҡлы бүләк булды.. Уларҙы үҙешмәкәр артистар барлыҡ йыйылыусыларға ысын кңелдәренән бүләк итте, сөнки был көндө уларҙың байрамы - Өлкән йәштәгеләр көнө билдәләнде.

***

Әлеге байрам райондың барлыҡ ауыл биләмәләрендә, шул иҫәптән 300ҙән ашыу пенсионеры булған Буҙат ауыл биләмәһендә лә бик матур үтте. Урындағы ауыл мәҙәниәт йортона килеүселәрҙе ауыл биләмәһе башлығы Салауат Сәфәрғәлиев һәм ветерандар советы рәйесе Рафаил Минеғолов ҡотланы. Үҙешмәкәр артистар, улар араһында балалар ҙа күп ине, ветерандарға һәм килеүселәрҙең барыһына ла күңелдәренән сыҡҡан йырҙарын һәм дәртле бейеүҙәрен бүләк итте. Концерттан һуң табын артына саҡырҙылар. Бында улар һөйләшеп, туған хужалыҡтарындағы яңылыҡтар тураһында һорашып ултырҙы, йәшлектәрен иҫкә алды.

***

Ҡабыҡҡыуыш ауыл мәҙәниәт йортонда ветерандар өсөн концерт күрһәтелде, йылы ҡотлау һүҙҙәре әйтелде, сәй табыны ойошторолдо. Әйтеүҙәренсә, байрам барыһының да күңеленә хуш килде.

***

Тормай, Ямғырсы, Үрге Гөлөм ауылдарында ла Оло йәштәгеләр көнөн бағышланған сара үтте. Тормайҙа ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашыусыларға Маҡтау грамоталары тапшырылды. Барлыҡ ауылдарҙа сәй табыны ойошторолдо.

Рәйсә МУСИНА.
Читайте нас: