Бөтә яңылыҡтар
Саралар
8 Октябрь 2019, 17:20

Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ

Йылына бер тапҡыр ошо һөнәр эйәләре мәктәп дәфтәрҙәрен тикшереүҙән арынып, киләһе занятиеға конспект төҙөү тураһында уйламаһалар ҙа була. Йыл һайын, 5 октябрҙә, беҙ Уҡытыусылар көнөн билдәләйбеҙ һәм уларға хеҙмәттәре һәм һөнәри оҫталыҡтары өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Уҙған йома көндө район Мәҙәниәт йортонда район педагогтарына бағышланған тантаналы сара үтте. Тәүге юлдарҙа уҡ шуны билдәләп үтке килә, барлыҡ саҡырылған ҡунаҡтар әҙерләнгән программанан ҡәнәғәт ҡалды.

Ә барыһы ла тантанаға килеүселәр хөрмәтенә көслө фанфара тауыштарынан башланды. Артабан уларҙың иғтибарына «Яратҡан уҡытыусыңды ҡотла» темаһына уҡыусыларҙан флешмоб күрһәтелде.

Район хакимиәте башлығы Р.К.Рахманғолов һәм район мәғариф бүлеге начальнигы М.Ә.Кәримов йыйылыусыларҙы ихлас күңелдән ҡотлап, изге теләктәр белдерҙе. Тантаналы сығыштарында улар йәш быуынды тәрбиәләгән өсөн уҡытыусыларға рәхмәттәр әйтте. Район хакимиәте башлығы БР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамоталарын һәм «БР мәғариф отличнигы» күкрәккә таға торған билдәһен яҡшыларҙың яҡшыларына тапшырҙы. Рейтинг мониторингында юғары һөҙөмтәләргә ирешкән өсөн район педагогтарына һәм тәрбиәселәренә сертификаттарҙы район мәғариф бүлеге начальнигы тапшырҙы. Бихисап наградалар уҡытыусыларыбыҙҙың мәғариф өлкәһендә ҙур өлөш индереү һөҙөмтәһе булды! Беҙҙә үҙ эшен ихлас һөйгән педагогтарҙың эшләүе һөйөндөрә, уларҙың таланттары һәм һөнәри уңыштары дөйөм танылған.

Яратҡан педагогтарын ҡотларға уҡыусылар ҙа килгәйне. Башланғыс мәктәп уҡыусылары, «До-ми-солька» һәм «Стәрлекәй» балалар ансамблдәре сығыш яһағанда зал сағыу йәйғор төҫтәренә инде һәм тамашасылар уларҙы көслө алҡыштарға күмде. Стәрлебаш ауылының 4 һанлы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Камила Ҡәйүпова матур бүләк яһаны. Уның башҡарыуында «Бөрйән ҡыҙы» бейеүе тамашасыларҙа ыңғай тәьҫораттар уятты. Был бәләкәй генә ҡыҙ сәхнәгә матур башҡорт күлдәгендә сығып, бармаҡ менән сиртеп, ап- аҡ итектәрендә талғын ғына тапырлап бейене. Рәйлә Хәбибуллина ғәжәйеп матур «Хан ҡыҙы» бейеүен башҡарҙы.

Район Мәҙәниәт йортоноң концерт залы танманы, тамашасылар һәр сығышты алҡышланы. Һәр артист лайыҡлы сығыш яһарға һәм тамашасыларға яҡшы кәйеф бүләк итергә тырышты.

Уҡытыусыларға хөрмәт күрһәтеү тамамланды, әммә фойела хеҙмәттәштәренән ҡотлауҙар ҡабул итеү дауам итте. Һәр кем йылмайып, ҡосаҡлашты, иҫтәлеккә фотоға төштө.

Бер йылдан көҙгө байрам илдең киләсәге, уның сәскә атыуы һәм ҡеүәтлеге бәйле булған кешеләрҙе йәнә йыйыр!

Рәйлә ТАЙҒОНОВА.
Читайте нас: