Бөтә яңылыҡтар
Саралар
1 Октябрь 2019, 12:52

Йәрминкә гөрләй, йүнселдәр аҡса эшләй

Ауыл хужалығы тауар етештереүселәре, фермер хужалыҡтар, шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыусылар Халыҡ-ара Оло йәштәгеләр көнөнә бағышланған традицион йәрминкәлә үҙ продукцияһын күрһәтте. Ошоға бәйле, район Мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары йыр-бейеүҙәр менән дәртле концерт номерҙары әҙерләгән. Һауа торошо ла бер ҡараһаң аяҙ йә болотло торҙо. Әммә, сентябрь аҙағында унан да яҡшыраҡты өмөт итергә түгел.

Иртән тауарҙар тейәлгән автомашиналар үҙәк майҙанда урын ала башлағанда сәғәт туғыҙ ҙа тулмаған ине. Сауҙа рәттәрен район хужалыҡтарынан килгән яңы уңыш ашлығы тейәлгән машиналар асты. Улар центнеры өсөн 900 һумға бойҙай, 600 һумға һоло тәҡдим итте.

Матросов исемендәге хужалыҡ ашлыҡты тоҡтарға тултырып һатты.

- Был бик уңайлы, - ти һатып алыусыларҙың береһе Розалия Ибәтуллина. - 11 тоҡ ашлыҡ һатып алдым, алмашҡа үҙемдең тоҡтарымды ҡалдырҙым. Һәм тағы ла бөгөн пенсионерҙар өсөн илтеп биреү ойошторолған, шулай итеп улар мине тағы ла бер проблеманан ҡотолдорҙо - транспорт эҙләп, кемгәлер үтенергә тура килмәне.

Район агросәнәғәт комплексы бүлеге тағылмалы автомашина бүлде, ә район хакимиәте һәм информация-консультация үҙәге водителдәре Рөстәм Хәсәнов, Рәйес Иҙрисов, Азамат Исмәғилевтар тейәү һәм бушатыу менән мәшғүл ине. Был көндө улар яҡынса 10 рейс яһаған.

Бында яңы уңыш: кишер, һуған, картуф, шулай уҡ бал, көнбағыш майы, тоҙланған төрлө йәшелсәләр, һөт продукттары, емеш ағастары үҫентеләре һатып алырға мөмкин ине.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һатып алыусылар сауҙа кәштәләрендә ит тапманы. Шулай уҡ йәрминкәлә яңы тотолған балыҡ та юҡ ине.

Күркә итен Айҙарәле ауылынан Лида Фәтҡуллина тәҡдим итте. Ирле-ҡатынлы Фәтҡуллиндар оҙаҡ йылдар хужалыҡтарында ошо ҡошто үҫтереү менән шөғөлләнә. Итен йәрминкәләрҙә һаталар, күмәртәләп һатып алыусылар ҙа бар.

Ә ҡышҡы запастарын яңы уңыш менән тулыландырырға теләүселәр өсөн йәрминкә - һәйбәт мөмкинлек, һәм тауарҙың хаҡы ла ҡулай. Улар, һуғандан тыш (уның хаҡы бер аҙ артҡан), уҙған йыл кимәлендә ҡалған. Тауарҙар үҙ һатып алыусыларын тапты, ә ундайҙар йәрминкәлә күп түгел ине. Күптәр кәрәкле тауарҙы алдан һатып алғандыр, ә кемдер был мөһим эште аҙаҡҡа ҡалдырғандыр, моғайын.

Был көндө йыл һайын үткәрелеүсе «Республика хөрмәтенә» тип исемләнгән фестиваль-конкурстың муниципаль этабы еңеүселәре бүләкләнде. Төрлө номинацияларҙа дипломдарҙы район хакимиәте башлығынан: Наил Мәхмүтов, Александр Глазков (һүрәттә), Илсур Рысаев, Фәрит Исмәғилев, Тамара Туҡтарова, Илшат Яппаров, Әнисә Зөбәйерова, Илдар Ғәскәровтар алды.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотолары.
Читайте нас: