Бөтә яңылыҡтар
Саралар
27 Сентябрь 2019, 11:52

Өлкәндәр өсөн күңелле старттар!

Һөнәри байрам - Мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәре көнө алдынан - Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Илнур Исламоратов етәкселегендә изге күңелле һәм мөләйем тәрбиәселәребеҙ күңелле итеп йүгерҙе, һикерҙе һәм йөҙҙө. Өлкәндәр старттары төрлө мәктәпкәсә учреждениенан алты команда йыйҙы, Стәрлебаштан дүрт, Первомайский һәм Ҡарағош ауылдарынан берәр.

Ярыштар башланыр алдынан капитандар йәрәбә менән командаға бүленде. Билдәләп үтергә кәрәк, йыйылған ярышыусылар ябай кешеләр түгел ине. Бындай ярыштарҙы улар үҙҙәре ойоштороп өйрәнгән, ә әле ҡатнашыусы сифатында сығыш яһарға тура килде. Гүзәл заттарҙы һәм уларҙың берҙән-бер ир-егетен мауыҡтырғыс һәм еңел булмаған һынауҙар көттө. Спорт залы бер минутҡа ла тынманы, көйәрмәндәр, судьялар һәм мәғариф бүлеге вәкилдәре ыңғай тәьҫораттарын тыйып тора алмай ихлас күңел асты.

Беренсе күнегеүҙә бөтә командалар ҙа таныштырыу һүҙе әйтеп, үҙ командаһын күрһәтте. Һөнәри оҫталыҡ һәм кескәйҙәр менән эшләй белеү уларға был күнегеүҙе артистарға хас оҫталыҡ менән башҡарырға ярҙам иткәндер, моғайын. Һәр команда үҙенсәлекле булды. Кемдер бер төрлө, помадаһы төҫөндә сағыу форма, кемдер физик көс һәм еңеллек менән айырылып торҙо, хатта бер партия ойошмаһынан булған фекерҙәштәр ҙә бар ине! Иң мөһиме, команда рухы һәм көндәшлек хисе һаҡланды. Барыһы ла бер юлы дистанцияны үтеп, тиҙ һәм етеҙ генә һикергес, туп һәм таяҡ менән эш итте. «Спорт төрөн күрһәт» исеме аҫтында ярыш иҫтә ҡалырлыҡ булды. Первомайский балалар баҡсаһы тәрбиәселәре көрәшселәргә әүерелеп, милли ярыштан төрлө мәлдәрҙе күрһәтә алды. Был һеҙгә Ҡарһылыу менән Яңы йыл иртәһе үткәреү түгел! Бында барыһы ла шаярыуһыҙ-ниһеҙ һәм ысын булды. Спорт-һауыҡтырыу комплексының тренеҙар составы уларҙа оҙаҡ ҡул сапты.

Ойоштороусылар барлыҡ коллегаларҙы ла эштән тыш бергә йыйырға, коллективтар араһында дуҫтарса мөнәсәбәтте нығытырға, имен психологик мөхит булдырырға һәм эш көндәренән арындырырға ҡарар итте. Был сара һуңғы биш йылда беренсе тапҡыр уҙғарылды. Баҡһаң, беҙ көн һайын иртәнсәк балаларыбыҙҙы ҡалдырған икенсе әсәйҙәр - иң мәргәне, зирәге, отҡоро һәм оҫтаһы икән!

Рәйлә ТАЙҒОНОВА. Автор фотоһы.


Читайте нас: