Бөтә яңылыҡтар
Саралар
16 Сентябрь 2019, 10:53

Ҡорама ул - хәтер юрғаны

Ҡорама ҡорау – халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе ул. Ҡорамаға тотонорға ҡасандыр етешһеҙ тормош, мохтажлыҡ мәжбүр итһә, бөгөн килеп был йола кәсебенә, йола байрамына әүерелеп киткән. Энә, еп һәм иҫке күлдәктәрҙең, яулыҡтарҙың, түшәк-ҡаралтыларҙың арыуыраҡ урындары, күлдәк тектереүҙән ҡалған ҡалдыҡ-боҫтоҡ туҡыма киҫәктәре ярҙамында үҙенсәлекле, милли колоритлы матурлыҡ тыуҙыра халҡыбыҙ.Ҡорама ул ябай ҡаралты ғына түгел. Ул тотош хәтер юрғаны. Өләсәйҙәребеҙҙең, ҡәртәсәйҙәребеҙҙең яратып кейгән күлдәктәренән һырылған ҡорамалар быуындар хәтерен генә түгел, милли асылыбыҙҙы ла һаҡлар гәүһәрҙәр ул.

Ҡабыҡҡыуыш ауылы ағинәйҙәре былтырҙан башлап ҡорама ҡороу эшенә тотондо. Уларҙың хәҙер был эштә байтаҡ тәжрибәһе бар. Ҡораманан юрған, ултырғыс япмалары һәм башҡа зауыҡлы әйберҙәр эшләйҙәр. Бөгөн быларға боронғо ысулды файҙаланып һәм яңыса һулыш өрөп эшләнгән аш-һыу бүлмәһе кәрәк-ярағы, паннолар, тағы әллә күпме нәмәләрҙе өҫтәргә була. Әлеге ваҡытта улар сувенирҙар эшләйҙәр. Ҡорама ҡорау – боронғонан килгәнде дауам итеү ҙә, заман менән бергә атлау ҙа ул. Күҙ нурҙары түгеп, күңел йылыһы һалып, зауыҡ менән биҙәлгән ҡул эштәре күҙҙе иркәләп, нур һибә.
Читайте нас: