Бөтә яңылыҡтар
Саралар
11 Сентябрь 2019, 12:22

Башҡалала яҡташтар менән осрашыу үтте

10 сентябрҙә Өфө ҡалаһында "Башҡортостан тарихы биттәренән" фестиваль-марафоны даирәһендә Стәрлебаш районының презентацияһы үтте.

Башҡорт дәүләт филармонияһы залында район предприятиеларының, шәхси эшҡыуарҙарҙың күргәҙмә-презентацияһы һәм ҡул оҫталарының эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Рузалия Хисмәтуллин, Салауат Харрасов, район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов һәм башҡа ҡунаҡтарҙы Стәрлебаш районының үҙешмәкәр артистары йыр-бейеү менән ҡаршыланы. Улар күргәҙмә менән танышты. Сараға башҡалала йәшәгән байтаҡ яҡташтарыбыҙ, студенттар йыйылғайны. Улар

Артабан район вәкилдәре Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышланған иң яҡшы ижади коллективтарҙың ҙур концерт программаһын күрһәтте. Сараға килеүселәр осрашыуҙан бик ҡәнәғәт булды.
Читайте нас: