Мин был паркты уҙған быуаттың алыҫ 70-се йылдарынан уҡ хәтерләйем. Көн һайын парк аша мәктәпкә бара инем. Ул бик матур була торғайны. Бихисап тирәк ағастары, төрлө төҫлө сәскәләр, семәрләп яһалған беседкалар, бәүелсәктәр. Борғо тотҡан пионерҙар һәм көйәнтә аҫҡан ҡыҙҙарҙың скульптуралары. Уратып алған бейеү майҙансығы һәм шунда уҡ сәхнә, эскәмйәләр. Дискотека ваҡытында уҡытыусылар мотлаҡ дежур итәләр ине һәм унда эшсе йәштәрҙе генә индерә торғайнылар. ... Паркта әле колледж яғына сыҡҡан урында матур арка бар ине. Уның бер яғында урынлашҡан буфетта йәйен тәмле ҡамыр аштары, коржиктар һәм газлы эсемлектәр һата торғайнылар. Икенсе яғында сәскәләрҙе тәрбиәләп ҡараған Гөлсөм апай баҡса инвентарын һаҡлай торғайны. Мәктәптән ҡайтҡанда беҙ мотлаҡ бәүелсәктәрҙә бәүелеп, беседкаларҙа бала саҡ серҙәре менән уртаҡлаша инек.
Тиҫтә йылдар үтте. Парк иҫкерҙе. Һәм унда шул матурлыҡтан, «Ҡайғылы әсә» һәйкәленән башҡа (уны йыл һайын еңелсә ремонтлауға ҡарамаҫтан, уға капиталь ремонт талап ителә ине), бер нимә лә ҡалмағайны тиерлек. Яҡынса ун йыл элек, ниһайәт, паркка иғтибар иттеләр. Тирәктәрҙе бысып, һәйкәлгә барған юлға асфальт түшәнеләр, паркка яҡтылыҡ үткәреп, сәскәләр ултырттылар. Әммә, ысынлашып уға уҙған йылда «тотондолар». Ул саҡта республика проекты буйынса аҙ эшләнмәне. Был турала беҙ бер нисә тапҡыр яҙғайныҡ инде.
Паркты реконструкциялау күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Унда нимә үҙгәрәсәк, эштәр ҡасан тамамланасаҡ тип һораштылар. Вәғәҙә иткән фонтанды ҡуйырҙар һәм эшләтерҙәр тип ышанып та етмәнеләр...
Һәм бына бөтә эштәр артта ҡалды. Көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, уны асыуға бик күп кешеләр: хеҙмәт коллективтары ла, ауыл халҡы ла килде. Тап 15.00 сәғәттәмилли кейем кейгән ҡыҙҙар һәм егеттәр парк ҡапҡаһы янында район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғоловты, ҡәҙерле ҡунаҡтар - БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рузалия Хисмәтуллинаны, элекке район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаровты һәм башҡа саҡырылғандарҙы ҡунаҡсыл ҡаршы алды. Тәүҙә улар паркты биҙәп торған һәм унда килеүселәрҙең фотоға төшөргә яратҡан урынына әүерелгән «Я люблю Стерлибашево» арт-объектына йүнәлде. 2-се Стәрлебаш урта мәктәбенең башланғыс класс уҡыусылары башҡарыуында шиғырҙар тыңлағандан һуң, ҡунаҡтар традиция буйынса, балалар менән иҫтәлеккә фотоға төштө.
Капиталь ремонтланған «Ҡайғылы әсә» һәйкәле уларҙың икенсе туҡталышы булды. Улар уға тере ҡәнәфер сәскәләре һалды һәм постаментты кәрзиндәге гөлләмәләр биҙәне. Йыйылыусылар Диана Ғәлиеваның әрнеүле Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы шиғырын тыңлағанда күптәрҙең күҙҙәренә йәш эркелде. Һуғышта һәләк булғандар һәм унан һуң яраларҙан вафат булған яҡташтарыбыҙҙы бер минут тын тороп иҫкә алдылар.
... Ҡасандыр, революцияға тиклем, Стәрлебашта фонтан булған. Уны атаҡлы стәрлебашлы Мөхәмәтшакир Туҡаевтың инициативаһы буйынса ҡуялар. Унан бөркөлөп сыҡҡан шишмә һыуы билдәле Стәрлебаш мәҙрәсәләренә уҡырға тип юлдан һыуһап килгән мосафирҙарҙың һыуһынын ҡандыра, ә фонтан үҙе ауыл биҙәге булып тора.
Һәм бына, тиҫтә йылдар үтеүгә, Стәрлебашта йәнә изгелек, матурлыҡ тантанаһы, кешеләрҙең эшһөйәрлеген кәүҙәләндергән фонтан эшләй башланы.
Башҡорт милли кейемендә ете ҡыҙ бейеү башҡарып, уны асыу мәлен тағы ла биҙәне. Ә ҡунаҡтар, фонтан янында иҫтәлеккә фотоға төшөп, хәүефһеҙ резиналы яңы балалар майҙансығына атланы. Бала-саға унда рәхәтләнеп уйнай ине. Берәүҙәр бәүелә, икенселәре шыуғалаҡта шыуа. Ә башланғыс мәктәп уҡыусылары йыйылыусыларға дәртле флеш-моб күрһәтте.
Йүгереү өсөн юлды уҙған йылда уҡ эшләй башлағандар ине. Һәм бына «Сәләмәт быуын - көслө төбәк» республика проектында ҡатнашыусылар Рөстәм Камил улынан «рөхсәт» алып, уны рәсми рәүештә тәүгеләрҙән һынап ҡараны. Рәсәй һәм Башҡортостандың флагтарын тотҡан ҡыҙҙар һәм малайҙар, еңел атлеттар парк периметры буйлап роликтарҙа йүгереп килде. Ҡунаҡтарҙы иһә яңыртылған сәхнәлә үҙешмәкәр артистар көтә ине. Сағыу, матур концерт ҡарар алдынан, Рөстәм Рахманғолов менән Рузалия Хисмәтуллина ҡунаҡтарҙы сәләмләне. Үҙ сығыштарында улар элекке район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаровты, Эдуард Денисов йөҙөндә Стәрлебаш ауыл биләмәһе хакимиәтен паркты төҙөкләндереү һәм капиталь ремонтлауға ҙур өлөш индереүен билдәләне. Ремонт эштәрен башҡарыуҙа туранан-тура ҡатнашҡандарға ла рәхмәт белдерҙеләр. Йыйылыусыларҙы матур байрам менән ҡотлап, паркты яңыртыуҙа, уны асыуҙа ҡатнашыусыларҙы район хакимиәтенең һәм БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттары менән бүләкләнеләр. Улар араһында «Стәрлебаш Торлаҡ-коммуналь сервис» муниципаль унитар предприятиеһы (Филүс Фәйзуллин), «ГИП-Электро» йәмғиәте (Венер Иҙрисов), район элемтә узелы (Ришат Төхвәтуллин), «Регион» йәмғиәте (Александр Шамин) булды, улар ярҙамы менән парк күҙгә күренеп үҙгәрҙе.
Артистар йыйылыусыларға концерт күрһәткәнсе, ҡунаҡтар «Көҙгө уңыш» күргәҙмәһендә ҡатнашыусылар - район мәктәптәре һәм балалар баҡсалары, үҙәк район дауаханаһы, Балалар сәнғәт мәктәбе, Балалар ижад йорто вәкилдәре менән аралашты. Улар өҫтәлдәренә ниндәй генә йәшелсә-емеш, күркәм ҡул эштәре һәм сәскәләр, үләндәрҙән хуш еҫле сәй, төрлө тәмле ҡайнатмалар һәм ҡамыр аштары ҡуймаған... Күҙҙең яуын алырлыҡ! Ҡунаҡсыл хужабикәләр ҡунаҡтарҙы сәй менән һыйлап ҡына ҡалманы, уларға йыр йырланы һәм таҡмаҡтар әйтте, шиғырҙар һөйләне. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр йәһәттән үҙҙәренең таланттарын һәм һәләттәрен күрһәтте. Һәм, әйтергә кәрәк, ике яҡ та, уларҙың ихлас йылмайып аралашыуҙарына ҡарағанда, бик ҡәнәғәт ҡалды.
Шулай итеп, тирә-яҡты матурлап парк асылды. Икенсе һулыш алды тип әйтһәң дә була. Хәҙер иң мөһиме, барыһын да ошондай матур көйө һаҡлап тотоу, сөнки ул дөйөм мәнфәғәт - беҙҙең балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ өсөн эшләнгән. Бихисап аҡса, көс һәм хеҙмәт түгелгән. Бер, ике айҙан һәм... бер йылдан һуң да ул ошолай уҡ эшләһен, кескәйҙәр бәүелсәктәрҙә рәхәтләнеп бәүелһен, шыуғалаҡтан шыуһын, үҙешмәкәр артистар сәхнәлә сығыш яһаһын. Ата-әсәләр балаларын бында ебәрер алдынан паркты һаҡларға кәрәклеге тураһында һөйләһен. Мәҡәләне ыңғай нотала тамамлағым килә. Быны юҡҡа ғына әйтмәйем. Әммә... паркты асҡан көндө үк, концерт барғанда, ике малай... фонтанда һыуҙы һәм мәрмәр плитәләрҙе бысратып, аяҡ кейемдәрен йыуа ине. Быны үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Әлбиттә, уларҙы шелтәләп алдылар, әммә күңелдә насар тәьҫир ҡалды. Бындай осраҡтар булмаһын һәм яңыртылған парк бында килеүселәрҙе тик һөйөндөрһөн генә ине.
Рәйсә МУСИНА. Автор фотолары.