Бөтә яңылыҡтар
Саралар
3 Сентябрь 2019, 10:28

Яңыртылған парк - стәрлебаштарҙың яратҡан урыны буласаҡ

Уҙған йома, 30 августа, стәрлебаштар һәм район ҡунаҡтары сағыу һәм әһәмиәтле тантана - район үҙәгендә яңыртылған Еңеү паркын асыу шаһиты булды. Көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, байрамға (ә сара, ысынлап та, байрамға әүерелде) бик күп кеше килгәйне. Һәм, уларҙың береһе лә бында килеүҙәренә үкенмәгәндер, тип уйлайбыҙ.

Стәрлебаштарҙың шатлығын уртаҡлашырға ҡәҙерле ҡунаҡ, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рузалия Хисмәтуллина килде, уны ауыл халҡы һәр саҡ ҙур шатлыҡ менән ҡаршы ала. Паркты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов, район Советы рәйесе Юнир Рысаев, элекке район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров, ауыл биләмәләре башлыҡтары, район учреждениелары һәм предприятиелары етәкселәре, ауыл халҡы ҡатнашты.

Ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, ҡымыҙ, гармун көйөнә дәртле йыр-бейеүҙәр менән ҡаршы алғас, улар паркка килеүселәр араһында популяр булып өлгөргән «Я люблю Стерлибашево» арт-объекты менән танышты. Ҡайғылы әсә һәйкәленә тере сәскәләр һалды. Төрлө һуғыштарҙа һәләк булғандарҙы, һуғыштан ҡайтҡас вафат булған яҡташтарын хөрмәтләп иҫкә алды. Фонтанды эшләтеп ебәрҙеләр. Яңы балалар майҙансығын, Стәрлебаш башланғыс мәктәбе уҡыусылары сығыштарын һәм уларҙың дәртле флеш-мобын ҡараны. «Сәләмәт быуын - көслө төбәк» республика проектында ҡатнашыусыларға старт бирҙеләр, һәм улар яңы асфальт юлдан йүгереп үтте. Мәктәптәр, балалар баҡсалары, Балалар сәнғәт мәктәбе, Балалар ижад йорто, үҙәк район дауаханаһының хеҙмәт коллективтары вәкилдәре ойошторған «Көҙгө муллыҡ» күргәҙмәһе ҡунаҡтары булды. Ә байрам аҙағында, «Заманса ҡала мөхите булдырыу» проекты сиктәрендә паркты реконструкциялауҙа ҡатнашыусыларҙы һәм ошо матур сараны ойоштороусыларҙы Рәхмәт хаттары менән бүләкләп, сағыу концерт ҡаранылар.


(Был турала тулыраҡ мәҡәлә гәзитебеҙҙең киләһе һанында баҫыласаҡ).


Рәйсә МУСИНА. Автор фотолары.


Һүрәттәрҙә: Хәҙер Стәрлебашта ла фонтан бар, ә уны асҡан көндө тағы ла... янында ете ҡыҙ

«Я люблю Стерлибашево» яңы популяр арт-объект эргәһендә иҫтәлеккә фото
Читайте нас: