Күңелле йәйге каникул артта ҡалыуға, ә алда ғәҙәти мәктәп тормошо булыуға ҡарамаҫтан, уҡыусыларҙың күбеһе яңы уҡыу йылына ихлас шатлана, сөнки мәктәп осоро - ул уҡыу һәм белем алыу ғына түгел, ә класташтарың, дуҫтарың менән аралашыу ҙа.
Был көндө Аллағыуат төп мәктәбендә айырыуса байрамса мөхит хөкөм һөрҙө (һүрәттә). Унда яңы уҡыу йылында 40 бала белем аласаҡ. Матур итеп кейенгән уҡыусылар, тулҡынланған ата-әсәләр, талапсан, әммә шат йылмайған уҡытыусылар беренсе ҡыңғырау тауышын ишетер өсөн бер рәткә теҙелде. Айырыуса беренсе класс уҡыусылары тулҡынланды. Быйыл мәктәп тупһаһын өс бала атлап үтте. Уларҙың бәләкәй генә ҡулдары беренсе уҡытыусылары - Зөһрә Миҙхәт ҡыҙына бүләккә алып килгән сәскә гөлләмәләрен ҡыҫып тотҡайны. Ул мәктәп тормошо башында балаларға икенсе ата-әсәгә әүереләсәк.
Ағымдағы уҡыу йылы һеҙгә, уҡыусылар, күңелле һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғалар менән генә хәтерегеҙҙә ҡалһын, мауыҡтырғыс һәм фәһемле яңы белем илен асһын, яңынан-яңы уңыштар һәм ҡаҙаныштар алып килһен! Изге юл һеҙгә!