Ҡала ресторандары фестивале ике көнгә иҫәпләнгән. Бөгөн ул тамамлана. Сараны ойоштороусылар ҡунаҡтарға музыкаль күстәнәс тә әҙерләгән. Сәхнәлә үҙешмәкәр коллективтар сығыш яһай. Шулай уҡ майҙанда төрлө конкурстар, викториналар уҙғарыла. Балалар менән аниматорҙар эшләй.