Бөтә яңылыҡтар
Саралар
31 Август 2019, 13:30

Район үҙәгендә фонтан асылды

30 августа район үҙәгендә реконструкцияланғандан һуң Еңеү паркы асылды.

Стәрлебаш ауылында реконструкцияланғандан һуң Еңеү паркы асылды. Тантаналы сараға БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рузалия Хисмәтуллина, Еңеү паркын төҙөкләндереүгә тос өлөш индергән элекке район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, предприятие һәм учреждение етәкселәре, мәктәп уҡыусылары саҡырылды.

Һуңғы ике йылда паркта байтаҡ эш башҡарылды. Ҡайғылы Әсә һәйкәле төҙөкләндерелде, сәхнә яңыртылды, балалар майҙансығы, фонтан эшләнде һәм "Мин Стәрлебашты яратам!" арт-объекты ҡуйылды. Тантананы асыу сараһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов ошо эштә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе. Киләсәктә әлеге парк район үҙәге халҡының ғорурлығы булыр һәм әүҙем ял итеүселәрҙең яратҡан урынына әүерелер тигән ышаныс бар.
Читайте нас: