Әгәр бөгөн Башҡортостан Милли кейем байрамында Рәсәйҙә рекорд ҡуя икән һәм унда Башҡортостандың райондарында, Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҡатнашып, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ төрлө ырыу башҡорт кейемдәрендә майҙанға сыға икән, бында тәү сиратта “Ағинәй”ҙәрҙең баһалап бөткөһөҙ роле ҙур! Тап улар үҙ ҡулдары менән сәхнә өсөн түгел, ә этник милли кейемебеҙҙе тергеҙеүҙе башлап ебәрҙе. Улар етеҙ тиҙлек менән аҡҡан ваҡыт ағымына шундай уҡ йылдамлыҡ менән ҡушылып, тиҙ арала кейемдәр тегергә, ҡашмауҙар, түшелдеректәр эшләргә өйрәнеп тә алды, шунда уҡ ошо әйберҙәре менән халыҡ араһына, сараларға, урамдарға, йыйындарға сыҡты.
Нимә һуң ул милли кейем? “Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк” тигән халыҡ мәҡәленә таянып, шуны өҫтәгем килә: башҡорт милли кейеме менән беҙгә ҡот ҡайтты, ырыҫ өҫтәлде, бәрәкәтебеҙ артыр, тигән өмөт уянды. Бындай кейемде кейеп әшәке хәбәр һөйләп, һүгенеп, араҡы эсеп ултыра алмай ҡатын-ҡыҙ, ул башҡорт ҡатынын өләсәйҙәр ҡеүәтенә, уларҙың рухи маҡсатына, ниәтенә, боронғолоғобоҙға бәйләй.
Ғафури районының иң матур урындарының береһе – Уҡлыҡая буйындағы Ташаҫты ауылы эргәһенә республиканың 41 районынан һәм Силәбе өлкәһенең биш районынан ағинәйҙәр “Сигеүҙәрҙә – күҙ нуры” тип аталған ҡорға йыйылды. Шағир Салауат Әбүзәровтың тыуған яғы был. Бар тирә-яҡҡа яңынан, башҡаса, Салауатҡа, уның ижадына ҡараған кеүек баҡтым. Талантты тыуҙырған әсәй ҙә ошо ауыл ҡыҙы бит.
Көн бына-бына түгеләм тип тора ине, әммә, Аллаға шөкөр, болоттар таралып, көн асылып китте, өҫтән яуырға торған ямғыр ҙа сара тамамланғансы тынып ҡалды. Ғафури районы ағинәйҙәре замандаштарын ҡаршыларға бик ныҡ әҙерләнгәйне: башҡорт милли аштарынан һығылып торған өҫтәлдәр, милли йолаларҙы, кәсептәрҙе, ҡул эштәрен сағылдырған күргәҙмәләр, шунда уҡ ҡул эштәрен өйрәткән оҫталыҡ дәрестәре биреп торалар. Силәбе өлкәһе ағинәйҙәре был урынға таңдан килеп етеп, республиканыҡыларҙы көтөп торған. Ул арала Ғафури районының был төбәгенең йәменә һоҡланып, йырлап, бейеп тә алған. Әйткәндәй, улар бында иң ҙур делегацияларҙың береһе булып килгән.
Сарала Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов, республика “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева, “Тамыр” телеканалы директоры, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Гөлназ Ҡолһарина һәм “Башҡортостан” гәзите исеменән миңә ҡатнашырға насип булды.
Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов төбәктең ағинәйҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен генә әйтеп ҡалманы, ә Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырҙы. Ғафури районында 16 ауыл хакимиәте, уларға 95 ауыл ҡарай икән. “Ауылдарҙы яңыртыу, тәртипкә килтереү, сәләмәт тормош алып барыу, мәҙәни саралар үткәреүҙе бергәләп эшләйбеҙ. Ағинәйҙәр халыҡ менән һөйләшә, күрешә, тәртипкә өндәйҙәр, бала-саға менән даими осрашып торалар, район ҡоролтайы менән бергә эшләйҙәр, дин мәсьәләләрен дә онотмайҙар. Ошолай әүҙем эшләүҙәре өсөн Рәмзиә Монасипова етәкселегендәге ағинәйҙәргә ҙур рәхмәт!” – тине Фәнзил Фәиз улы. Байрам башҡарған эштәргә йомғаҡ яһап, алдынғыларҙы билдәләү өсөн дә уңайлы. Ә гүзәл заттар ысын мәғәнәһендә төбәктәрҙә ҙур эш башҡара, ауылға, тирә-йүнгә күҙ-ҡолаҡ та булып тора. Милләтте тәрбиәләү эше лә уларҙың иңендә бит.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ағинәйҙәр хәрәкәте менән күптән бергә эшләй. Ул шулай уҡ милләттең йолаларын тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индергән ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәт әйтеп, бүләктәр бирҙе.
Бер-береһенән осҡон алалар
“Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина, Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов, “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы, Ғафури районы хакимиәте, район советы һәм район башҡорттары ҡоролтайы йыйылған ағинәйҙәр араһынан иң-иңдәргә маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр өләште. Эй, беҙҙең халыҡтың ихласлығы: Рәхмәт хаттарына, атҡа атланғандай ҡыуанып, доғаларын ҡылды ағинәйҙәр. Әлбиттә, бүләктәр ҙә матур ине!
Зариф Байғусҡаров һәм Гөлназ Ҡолһаринаның ҡыҙҙары Гәлсәр ҙә был сарала сығыш яһап, ағинәйҙәр ҡоронан фатиха алды. Ул, Мәскәүгә иң шәп йырсылар әҙерләгән уҡыу йортона уҡырға ингәндән һуң, тәү тапҡыр бында йырланы. Ошо байрам ҡото, бәҫе көслө тауышың аша башҡорт моңон башҡаларға ла танытырға ярҙам итһен, Гәлсәр!
Ҡайһылай рәхәт йәшәй был ағинәйҙәр, осрашалар ҙа бүләк бирешәләр, күрешәләр ҙә өҫтәл янына йыйылалар, тимәгеҙ. Әйткәндәй, ул да беҙҙең йола. Ғөмүмән, ҡунаҡ ҡаршы алыу, уны аяғөҫтө тороп һыйлау, иң татлы ризыҡты уға ултыртыу – беҙҙең халыҡтың борондан килгән ғәҙәте. Бүләк бирешеү ҙә шулай уҡ. Сәй табынында тәжрибәләр менән уртаҡлашыу, килеп тыуған һорауҙарға яуап эҙләү, хәл-әхүәл белешеү ҙә – беҙҙең асылдан. Йәнә лә ни өсөн беҙҙең ағинәйҙәр ауыр йәшәргә тейеш әле? Тап ошондай сараларҙа улар саҡматаштай бер-береһенән осҡон алып, тоҡанып, дәртләнеп ҡайтып донъя көтә, ғаиләһе, ауылы, районы мәнфәғәтенә эшләй.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева Ҡоролтайҙың иң юғары наградаһы – “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән Учалы районының “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Солтанбаеваны, Әбйәлил районының “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Роза Таһированы, Архангел районының “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зилә Фәйзуллинаны, Әлшәй районының “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәйсә Мөфтиеваны бүләкләне. Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы электән ағинәйҙәр хәрәкәтен ҡеүәтләп, улар менән бергә сараларҙа ҡатнашты. Был юлы ла, уның элегерәк депутат һәм медицина өлкәһе вәкиле икәнен иҫәпкә алып, ағинәйҙәр төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итте, артабан хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы.
Силәбе өлкәһе ағинәйҙәренә айырым туҡталып китәйек. Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка һәм Сыбаркүл райондарында “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлеген Рабиға Бикбулатова етәкләй. Рабиға апай – гәзитебеҙҙең әүҙем авторы ла. Ул Силәбе өлкәһе балаларын бында уҡырға индереү мәсьәләләре менән дә шөғөлләнә. Уҡыусыларҙы каникулға алып ҡайтып, алып китеп йөрөй. Өлкән быуын вәкилдәре өсөн Өфөгә сәйәхәттәр ойошторғаны ла бар. Әйткәндәй, силәбеләр ай аҙағында үҙҙәрендә ағинәйҙәр ҡоро ойошторорға йыйына.
Ғафури районы ағинәйҙәре ойошторған “Сигеүҙәрҙә – күҙ нуры” конкурсында эштәре иң зауыҡлы тип табылған Сәйетбаба ауылы ағинәйе Альмира Вәлиева, Имәндәш ауылы ағинәйе Рәмилә Мәхмүтова, Мәндем ауылы ағинәйе Ғәлиә Әбсәләмова, Юлыҡ ауылы ағинәйе Нәфисә Ҡужина, Табын ауылы ағинәйе Флүрә Килмөхәмәтоваға “Киске Өфө” гәзитенең иҫтәлекле бүләктәре һәм маҡтау ҡағыҙҙары бирелде.
Яҡшылыҡты арттырыр ғәмәлдәр
Сәхнәлә барған матур тамашала Имәндәш ауылы ағинәйҙәре балалар менән бергә “Өләсәйем һандығы” тигән йоланы сәхнәләштерҙе. Сәйетбабалар “Йыйын” тигән матур байрам күренеше күрһәтте, улар менән ир-аттарҙың да әүҙем ҡатнашыуы әһәмиәтле булды. Ҡауарҙы ауылы ағинәйҙәре “Ҡот ҡойоу”, Үҙбәк ауылы “Өләсәйем нәсихәттәре”, Мәндем ауылы “Килен һөйөү”, Табын ауылы “Ҡатыҡ тәмләшеү”, Яугилде һәм Ерек ауылдары “Йәй ташы” тигән йолаларҙы әҙерләгәйне. Һәр ваҡытта китаптарҙан, элекке һүрәттәрҙән күреп белгән боронғо йәйләүҙе хәтерләтте Уҡлыҡая буйындағы ялан. Етмәһә, ошонда уҡ мәргән уҡсыларға һәйкәл ҡуйғандар. Рәсми рәүештә ул сәнғәт комплексын асыу тантанаһы булмаһа ла, ағинәйҙәр ул тирәне ҡарап, фотоға төшөргә өлгөрҙө.
“Сигеүҙәрҙә – күҙ нуры” тип аталған сараның йәнә исеменә иғтибар иттем. Сигеүҙәр, кейемдәр тегеү, милли биҙәүестәр эшләү – башҡорт ҡатын-ҡыҙының көнитмешенең бер өлөшө. Тап ағинәйҙәрҙең ошо йоланы тергеҙеп, күңел күҙе, күҙ нурҙары аша халҡыбыҙҙы элекке ғөрөф-ғәҙәтенә бәйләүе бөгөнгө милли йөҙҙө юйырға торған заманда беҙҙе асылыбыҙға ҡайтара, йырлы, доғалы итә. “Ағинәй” хәрәкәтен башлап ебәреү идеяһын күтәреп сыҡҡан Гөлфиә Янбаеваның күңеленә был ғәм ҡайҙан төшкәндер, әммә бында, һис шикһеҙ, Күктәрҙең ҡыҫылышы бар, сөнки тап ҡатын-ҡыҙ төшкән күңелдәрҙе күтәрер, юғалтҡан дарманды табыр көскә эйә. Матур ниәтле, яҡты уйлы был йәмәғәт ойошмаһы. Уның яҡшы ғәмәлдәренә һәр кемебеҙ изгелек менән барып ҡушылайыҡ! Яҡшы тип йыш ҡабатлаһаң, яҡшылыҡ артыр, ти.
Йүгерә-атлай нәнәй һый әҙерләй,
Сәнғәт әҫәреләй ниғмәттәргә
Фәрештәме киткән ҡағылып!
Барыһы ла ҡунаҡ хөрмәтенә!
Мәжлес ҡорған ҡунаҡ хаҡына!
Ҡунаҡтарын Хоҙай илсеһенә
Тиңләү хас ул башҡорт халҡына.
Ҙур кинәнес менән аш-һыу бүлә,
Өлөш һала һәр бер ҡунағына,
Ит, бәрәңге, икмәк – уртала.
Ҡыҫтап-ҡыҫтап, өтәләнеп, йырлап,
Өҫтәл урағансы төн ауыша,
Ҡош юлына Ай ҙа олаҡты...
Бәлеш, ҡоймаҡ – ҡунаҡ алдарында,
Өҫтәл йәме беҙҙә – бауырһаҡ!
Таҡмаҡ әйтеп ҡунаҡ бейетәләр,
Ах, ул сәйҙәр, ҡаты, һөтлө сәйҙәр...
Баллап эсеп ҡуйһаң аҙаҡтан!
Туған яһай табын ҡунаҡтан.
Ҡунаҡтарға барса һый-хөрмәте,
Ҡунаҡтарға яҡты йөҙ-сырай!
Әйтерһең дә, уның йомартлыҡҡа
Ишектәре һәр саҡ асыҡ булды,
Әйтер ине ишек шаҡыһалар:
“Ҡунаҡ килһен, ҡайғы килмәһен!”
Йүгерә-атлай нәнәй һый әҙерләй...
Бала саҡтың сағыу миҙгеле.
Башҡортостан үҙе, әйтерһең дә,
Нәнәйемдең һыйлы өҫтәле!..