Бөтә яңылыҡтар
Саралар
27 Август 2019, 12:11

Һыу, юлдар тураһында ғына түгел...

23 августа Йәлембәт ауылында район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Р.К.Рахманғолов һәм район етәкселеге ауыл халҡы менән сираттағы осрашыу үткәрҙе.

Ауыл халҡы менән осрашыуға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Р.С.Хисмәтуллина килде. Сығышында ул Стәрлебаш районының төрлө республика программаларында әүҙем ҡатнашыуын, бюджет аҡсаһы йәлеп итеп, ауыл халҡы ҡатнашлығында көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителеүен, йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырылыуын билдәләп үтте.

Башҡа ауыл биләмәләрендәге кеүек үк, бик күп проблема күтәрелде. Шуларҙың береһе - эсер һыу тураһында. Быға ауыл биләмәһе башлығы Р.М.Байназарова Йәлембәт ауылын һыу менән тәьмин итеү маҡсатында «Таҙа һыу» республика программаһына инеүен һәм киләһе йылдарҙа был мәсьәлә хәл ителәсәген әйтте. Шулай уҡ пай ерҙәрен бүлеү, сүп-сар йыйыу һәм сығарыуҙы ойоштороу, урындағы мәҙәниәт йорто бинаһын ремонтлау, үҙәк район дауаханаһы табиптары эше тураһында һорауҙар күтәрелде.

Ауыл халҡы тарафынан күп йылдар көнүҙәк булған урау юлға асфальт түшәү (Йәлембәт ауылы эргәһендә) проблемаһы әйтелде. Ошоға бәйле, уға ҡырсын түшәлеү сәбәпле, бөтә автомашиналар - еңеле лә, йөк машиналары ла ауыл аша юғары тиҙлектә йөрөй. Ә был урамда мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, почта кеүек социаль объекттар урынлашҡан. Ауыл халҡы автомобилдәрҙең тиҙлеген сикләү маҡсатында асфальтҡа «текә полицейский» һалыуҙы үтенә. Рузилә Сәфиулла ҡыҙы урау юлға асфальт түшәү мәсьәләһенә килгәндә, республиканың юл хужалығы идаралығына хат яҙып мөрәжәғәт итергә кәрәк тине, үҙ сиратында, ул был мәсьәләне хәл итеүҙе үҙ контроле аҫтына аласаҡ.

«Ашығыс ярҙам» бригадаһының саҡыртыуҙарға барыу мәсьәләһе буйынса райондың баш табибы Илшат Яппаров һәйбәт яңылыҡ әйтеп ишеттерҙе - сентябрь айында районда икенсе «03» бригадаһы эшләй башлаясаҡ.

***

Билдәле булыуынса, ауыл биләмәһе эшмәкәрлеге процесында төрлө проблемалар һәм мәсьәләләр барлыҡҡа килә. Шуларҙың күбеһе, ҡағиҙә булараҡ, ауыл халҡы уңайлы йәшәһен өсөн шарттар булдырыуға, территорияларҙы төҙөкләндереүгә ҡағыла. Шундай проблемаларҙы хәл итеү өсөн район хакимиәте ойошторған граждандарҙы ҡабул итеү бик урынлы. Уҙған шәмбе көндө ошондай сара Йәшергән ауыл биләмәһендә үтте.

Башҡа бик күп ауыл биләмәләрендәге кеүек үк, һыу менән тәьмин итеү проблемаһы бында ла көнүҙәк. Был мәсьәлә айырыуса Йәшергән ауылында киҫкен. Ошо йүнәлештә эштәр алып барыла. Ауыл биләмәһе башлығы Нияз Ғимазов һүҙҙәре буйынса, бер нисә йыл элек ауылдың бер осонда һыу башняһы ҡуйғандар. Киләсәктә - тағы ла бер скважина быраулау.

Шулай уҡ юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөү мәсьәләләре лә көнүҙәк булып ҡала. Айырыуса был проблема Айтуған һәм Йәшергән ауылдарында йәшәүселәрҙе борсой. Был йәһәттән үҙгәрештәр күҙәтелә. Шулай итеп, территориаль заказ буйынса, Йәшергән ауылына ингән ерҙә юл ремонтлау эштәре бара. Юл хеҙмәте начальнигы Муса Ноғоманов әйтеүенсә, урамдарға асфальт түшәү бер нисә этапта башҡарыласаҡ.

Ошондай фактты ла билдәләп үтке килә - был ауыл биләмәһендә йәшәүселәр осрашыуға һорауҙар бирергә, проблемалар күтәрергә генә түгел, ә форсаттан файҙаланып, рәхмәт белдерергә лә килгән. Педагогик хеҙмәт ветераны Наил Хәйретдинов (һүрәттә)һәм Биктимер Ғиләжевтан шундай һүҙҙәр ишетеүе рәхәт булды.

Дарыу препараттарын һатыу зарурлығы тураһында ла һорауҙар булды. Әммә И.И.Яппаров аңлатыуынса, әлеге ФАП бинаһы нормативтарға тап килмәй. Был киләһе йылда Йәшергән ауылында модулле ФАП төҙөгәндән һуң ғына мөмкин буласаҡ. Ҡайһы берәүҙәр ауыл хужалығы өлкәһендә үҙ эшен асып, гранттар алыуға программалар менән ҡыҙыҡһынды, теләктәрен белдерҙе. Бер һүҙ менән әйткәндә, власть һәм ауыл халҡы араһында файҙалы әңгәмә булды.

Сара аҙағында Йәшергән ауылынан аҡһаҡал Мансур ағай Ғәйнуллин ауыл халҡы исеменән ошондай осрашыу ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм район етәкселегенә эштәрендә яңынан-яңы уңыштар теләне.


Мансаф ҒӘНИЕВ, Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА.

Авторҙарҙың фотолары.


Читайте нас: