Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең ҙур август педсоветы үткән район Мәҙәниәт йортона алдан уҡ йыйыла башлауына ҡарап, уларҙың йәй буйына хеҙмәттәштәрен, улар менән аралашыуҙы һағыныуҙары күренеп тора ине. Улар ҡосаҡлашты, бер-береһен байрам менән ҡотланы. Сөнки яңы уҡыу йылы башы балалар менән эшләүгә ҡатнашлығы булған барлыҡ кешеләр өсөн ысынлап та ҙур байрам. Шунда уҡ Балалар ижад йорто, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе (кубоктар, Маҡтау грамоталары), район үҙәгенең 1 һәм 2 һанлы балалар баҡсаларының бай фантазияһы һәм оҫта ҡулдары менән эшләнгән экспонаттар күргәҙмәһе, шулай уҡ «Планета» уҡыу-методик үҙәгенең меток әҙәбиәте һәм Балалар ижад йортоноң робот техникаһы түңәрәгендә шөғөлләнгән уҡыусыларҙың ҡул эштәре менән ҡыҙыҡһынды.
Кәңәшмә эшендә район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Р.К.Рахманғолов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты В.М.Шәрипов, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары А.В.Новиков, БР Мәғариф министрлығының мәғлүмәт-аналитика эше бүлеге начальнигы Г.Р.Ҡотлова, район мәғариф бүлеге начальнигы М.Ә.Кәримов ҡатнашты һәм сығыш яһаны.Залда уларҙы мәктәптәр, балалар баҡсалары, Балалар сәнғәт мәктәбе, Балалар ижад йорто, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы коллективтары, ата-әсәләр комитеттары вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары иғтибарлап тыңланы.
Кәңәшмәне асып, йыйылыусыларға сәләмләү һүҙе менән Рөстәм Рахманғолов мөрәжәғәт итте. Мәғариф өлкәһе - районда иң ҙуры, уға бюджеттың 51 проценты сарыф ителә, тип билдәләне ул.
Ул йыйылыусыларға уҡыу-тәрбиә процесын һәм мәктәп уҡыусыларының ялын яҡшыртыу, матди-техник базаны нығытыу өсөн районда ниндәй аныҡ эштәр башҡарылыуы, уҡыусыларҙың төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнашыуы һәм еңеүҙәре, ваҡыт менән бергә атлау, мәктәптәрҙе сәләмәт, маҡсатҡа ынтылыусан, төрлө яҡлап белемле, тормошта нимәгә ирешергә кәрәклеген аныҡ белгән уҡыусылар тамамлаһын өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында ҡыҫҡаса һөйләне.
Алексей Новиков, барыһын да яңы уҡыу йылы башланыу менән йылы һәм ихлас күңелдән ҡотлап, республика педсоветында етәкселек ҡуйған бурыстар тураһында ҡыҫҡаса һөйләне. Был: биш көнлөк уҡыуға күсеү; туҡланыуҙы ойоштороу, янғын һәм террористарға ҡаршы хәүефһеҙлекте тәьмин итеү; мәктәптә уңайлы, изге мөхит булдырыу; профориентацион эш һәм һәләтле балалар менән эшләү; инклюзив белем биреү; йәш кадрҙарҙы мәктәптәргә йәлеп итеү һәм уҡытыусыларҙы уҡыу-тәрбиә процесын камиллаштырыуға дәртләндереү.
Гөлсөм Ҡотлова уҡытыусылар берләшмәһе алдында торған бурыстарҙы әйтеп үтте, улар республиканың мәғариф өлкәһен донъяның алдынғы илдәре менән бер рәткә сығарырға булышлыҡ итер ине. Бының өсөн, уҡытыусылар үҙҙәре, тәү сиратта, алдынғы ысулдарҙы, Интернетты яҡшы белергә, квалификацияларын даими арттырырға тейеш.
Милли проект даирәһендә республикала «Үҫеш нөктәһе» тип аталған һанлы һәм гуманитар профилле 133 белем биреү үҙәге булдырыласаҡ. Шуларҙың икеһе - 1-се Стәрлебаш һәм Первомайский урта мәктәптәрендә. Район үҙәгенең 2-се урта мәктәбендә «Һанлы белем биреү мөхите» проекты тормошҡа ашырыласаҡ. Киләһе йылда ошо проекттар буйынса махсус ҡоролмаларҙы башҡа мәктәптәр ҙә аласаҡ. Һәм улар менән эшләргә алдан уҡ әҙерләнергә кәрәк. Бынан тыш, алдан уҡ профиль әҙерлек менән шөғөлләнеү зарур, тип билдәләне ул. Алтынсы класта уҡ уҡыусылар киләсәктә кем булырға теләүҙәрен, ниндәй һөнәр һайларға кәрәклеген белергә тейеш.
Шатлыҡты яңылыҡ менән дә уртаҡлашты. Киләһе йылдан башлап, республикала иң яҡшы еңеүсе мәктәптәр 1 миллион һумға тиклем аҡса аласаҡ.
- Бик күп эш башҡараһы бар, ҙур бурыстар ҡуйылған, - тине һүҙе аҙағында Гөлсөм Рәшит ҡыҙы. - Әммә беҙ ышанабыҙ, бергәләп беҙҙең барыһы ла килеп сығасаҡ, беҙ уларҙы үтәйәсәкбеҙ.
Миңләхмәт Кәримов докладында балалар баҡсаһынан алып мәктәпте тамамлағанға тиклем балаларҙың юлын анализланы. Уларға ниндәй шарттар булдырылыуы, бының өсөн ниндәй аныҡ эштәр башҡарылыуы, мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре квалификациялары, БДИ һөҙөмтәләре, кадрҙарҙың етешмәүе һәм ҡартайыуы, «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы, төрлө олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашыу һәм еңеүҙәр, ҡаҙаныштар һәм етешһеҙлектәр тураһында һөйләне. Ә һүҙе аҙағында яңы уҡыу йылына бурыстарҙы атап үтте.
Сығыш яһаусылар тәнәфестә хоҡуҡ һаҡлау органдары, белем биреү учреждениелары һәм ата-әсәләрҙең үҙ-ара бәйләнешлек итеүе; урындағы колледжда уҡыу-тәрбиә процесын ойоштороу; «Үҫеш нөктәһе» проектын тормошҡа ашырыу; янғын хәүефһеҙлеге буйынса иң яҡшы пропаганданы ойоштороуға конкурс йомғаҡтары яһау тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашты.
Кәңәшмә барышында иң яҡшы мәктәпкәсә һәм белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен республика, район кимәлендәге Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары һәм аҡсалата сертификаттар менән бүләкләү булды. Ә сара аҙағында - юбилярҙарға хөрмәт күрһәтелде.Рәйсә МУСИНА. А ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.