Бөтә яңылыҡтар
Саралар
27 Август 2019, 12:09

Баҫыуҙағы егәрле ир-егеттәр тураһында

Уҙған йәйен Линар Садиҡов ( һулдағы һүрәттә ) Германия баҫыуҙарында бураҙна яра ине. Унда ул Йәшергән ауылынан курсташы Азат Хәйруллин менән һигеҙ айлыҡ стажировка үтә. Был турала беҙ гәзиттең февраль айы һандарының береһендә ентекле яҙғайныҡ инде. Ә ошо көндәрҙә, Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжын тик яҡшы билдәләргә тамамлап, механик белгеслеген алып, туған Ленин исемендәге хужалығында комбансы Йәдҡәр Чербаевтың ярҙамсыһы булып эшләй.

Остазынан ул ҡәнәғәт. Өс йылда (шул тиклем улар бер командала эшләй) бик яҡшы практика алдым, ти. Уға ышанып тапшырылған «Акрос» комбайны ышаныслы - ураҡ мәлендә сәғәт кеүек эшләй, һәр минут иҫәптә булғанда был бик мөһим. 24 авгусҡа улар 9306 центнер ашлыҡ һуҡҡан - был хужалыҡ буйынса икенсе күрһәткес. «Палессе» комбайнында 9368 центнер иген һуҡҡан Айнур Юнысов алдынғылар иҫәбендә. Раил Иҫәнбәтов ярҙамсыһы Фәдис Усманов менән 8281 центнер ашлыҡ һуҡҡан. Рауил Булатов һәм Рәүеф Синәғоловтарҙа 3308 һәм 2241әр центнер.

Беҙ килгән мәлдә һоло урып йыялар ине: бер нисә комбайн баҫыуҙа бер-бер артлы «йөҙә». Алыҫ түгел кузовҡа ашлыҡ бушаталар. Йәнәшәлә тағы бер КамАЗ машинаһында тәжрибәле водитель Фәнил Бикҡолов (уңдағы һүрәттә) көтөп ултыра. Ул тирә-яҡты иғтибарлап күҙәтеп ултыра, комбайндарҙың береһе мигалкаһын яндырып билдә биреү менән, шунда уҡ машинаһын тоҡандырып, уның эргәһенә ашыға. Баҫыуҙарҙан ашлыҡты тағы ике ҙур йөк машинаһы ташый, уларға аталы-уллы Булат һәм Альберт Баймөхәмәтовтар идара итә. Әйткәндәй, был хужалыҡта быуындарҙың күсәгилешлеге күҙәтелә. Мәҫәлән, ужым сәсеүҙә Иҫәнбәтовтар: Сәмерхан һәм уның өлкән улы Азамат (улы Рәил бөртөклөләрҙе урып-йыйған) эшләй. Ужым культуралары 300 гектарҙан ашыу майҙанға сәселгән. Орлоҡ ергә ағыулап сәселә, шулай уҡ бында гектарына 65 кг иҫәбенән NPK ашламаһын ҡулланалар, был иһә киләсәктә уңыштың мул булыуына булышлыҡ итә.

Быйыл ужым культураларының уртаса уңышы гектарынан 22 ц. Бөгөнгө көнгә һәйбәт иген йыйып алынған. Хужалыҡтың ырҙын табағы тулылана, урып-йыйыу эштәре ҡыҙғандан-ҡыҙа.

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: