Сараға ошо ауылда үҫеп, хәҙер төрлө тарафтарҙа йәшәгән гүзәл заттар йыйылды. Билдәләнгән ваҡытҡа алыҫ араларҙы яҡынайтып ҡайтҡан ҡыҙҙар ауылда йәшәүселәр байрамға ашыҡты. Улар бер-береһе менән күрешеп, ҡосаҡлашып, төрлө хәтирәләрҙе иҫкә алып, көлөштө. Нисәмә йылдар күрешмәгәндәр өсөн был осрашыу көтөлмәгән ваҡиға булды.
Артабан һәр кем сәхнәгә күтәрелеп, үҙҙәренең әйтер һүҙҙәрен, теләктәрен белдерҙе. Сығыштар концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Күңелле һөйләшеү өҫтәл артында сәй табынында дауам итте.