Бөтә яңылыҡтар
Саралар
16 Август 2019, 12:01

Спорт - ул рекордтар ғына түгел

Был байрам беҙҙең илебеҙҙә 80 йыл элек булдырыла һәм шунда уҡ популярлыҡ яулап, тәү сиратта, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнгән йәштәр араһында яратҡан байрамдарҙың береһенә әүерелә. Тап шул ваҡытта «Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух!» лозунгы барлыҡҡа килә. Бөгөн тренерҙар, физкультура уҡытыусылары, спортсылар һәм ябай спорт һөйөүселәр Физкультурниктар көнөн үҙҙәренең һөнәри байрамы тип иҫәпләй.

Стәрлебаштарҙың - үҙҙәренең ҙур ҡаҙаныштарының данлы традициялары, бай тарихы бар, уға бихисап талантлы спортсылар ғәйәт ҙур өлөш индергән. Улар араһында төрлө йәштәге саңғысылар, көрәшселәр, еңел атлеттар, герсылар, волейболсылар, баскетболсылар бар.

Уҙған йома көндө, 9 августа, район үҙәгенең саңғы базаһында Физкультурниктар көнөнә бағышланған байрам булды. Унда үткән ярыштарға спортсылар, спорт ветерандары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, учреждениелар етәкселәре һәм ябай спорт һөйөүсе кешеләр йыйылды. Төшкә тиклем, һуҙылған ямғырҙарҙан һуң, көн дә йылы, ҡояшлы торҙо. Йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Рахманғолов йылы ҡотланы. Спортҡа һалынған аҡсалар үҙҙәрен аҡлай, тип ихлас күңелдән билдәләне ул. Район спортсылары районда ғына түгел, республика һәм хатта Рәсәй кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа ла әүҙем ҡатнаша һәм еңеү яулай.

Мәҫәлән, улар республиканың XXVII Ауыл уйындарында көрәш буйынса беренсе, баскетбол буйынса - өсөнсө, йөҙөү буйынса - дүртенсе, ГТО буйынса - алтынсы һәм саңғы ярыштары буйынса - етенсе урындар яуланы. «Атай-әсәй һәм мин - спортсы ғаилә» республика ярыштарында Стәрлебаш ауылынан Ғилмановтар ғаиләһе Башҡортостан чемпионы булды.

- Милли көрәш буйынса Башҡортостандың йыйылма командаһы составында республика намыҫын яҡлаған спортсыларыбыҙ: Рафиҡ Шароян, Райман Моратов, Айнур Хөсәйенов, Айнур Собханғолов, Альфред Ҡолһарин, Азамат Собханғолов, Дим Ишембәтов, Аслетдин Отабоев, Илнар Кинйәбулатов, Азат Фәтҡнисламов, Айнур Кинйәбаев; саңғысылар Амаль Латипов, Игнатий Афанасьев, Тимур Фәхриевтар һөйөндөрҙө, - тине ул.

Әммә остаздары - милли көрәш һәм билбаулы көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры Илдар Моратов, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең саңғы буйынса тренерҙары Ғамил Мәжитов һәм Тамара Петрованың тырыш, ныҡышмалы хеҙмәтенән тыш, улар уңыштарға ирешә алмаҫ ине, уларға беҙ бөгөн ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Спорт - рекордтар, званиелар, наградалар ғына булмауын һәр ҡайһыбыҙ яҡшы аңлай. Иң мөһиме, ул сәләмәтлек һәм яҡшы тәьҫораттар бүләк итә. Ни тиклем күберәк кеше спорт менән шөғөлләнһә, шул тиклем милләттебеҙ ҙә көслөрәк, йәмғиәтебеҙ ҙә берҙәмерәк була, - тип билдәләне Рөстәм Камил улы. Бөгөн республикала киң күләмле спортты үҫтереүгә, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға ҙур иғтибар бирелә. Физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү замана кешеһенең тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелергә тейеш, сөнки спорт сәләмәтлекте нығытып ҡына ҡалмай, уңыштарға ирешергә, холоҡто сыныҡтырырға ярҙам итә. 2014 йылдың 1 сентябрендә ГТО нормалары комплексы индерелеүе лә осраҡлы түгел, - тип билдәләне ул.

- Стәрлебаш районы йылъяҙмаһы тағы ла күп тапҡыр яңы спорт ҡаҙаныштары менән билдәләнер, ә үҫеп килеүсе быуын ветерандарҙың һәм физкультура хәрәкәтенең изге һәм данлы традицияларын әүҙем дауам итер тип ышанам. Барығыҙға ла, һәм айырыуса райондың спорт ҡаҙаныштарына лайыҡлы өлөш индергән ветерандарға ҙур рәхмәт белдерәм. Ихлас күңелдән һаулыҡ, яҡшы кәйеф, яңы спорт ҡаҙаныштары һәм еңеүҙәр теләйем, - тип һүҙен тамамланы Рөстәм Камил улы.

Артабан бүләкләү тантанаһы булды. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Илнур Исламоратов «Башҡортостан республикаһының иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды. Милли көрәш тренеры Илдар Моратов БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Байрам уҙған мәлдә улар Өфөлә юғары награда ала ине. Был турала йыйылыусыларға район спорт комитеты рәйесе Рөстәм Яруллин хәбәр итте.

Ә Рөстәм Рахманғолов Ғамил Мәжитов, Елизавета Ҡорамшина, Фоат Ғиләжев, Тамара Петрова һәм Руслан Мортазинға БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Рәхмәт хаттарын, физик культура һәм спортты үҫтереүгә тос өлөш индергәндәре, спорт сараларында әүҙем ҡатнашҡандары һәм уларҙы ойошторғандары өсөн - район үҙәгенең 1-се һәм 2-се, Первомайский, Йәлембәт урта мәктәптәренә, үҙәк район дауаханаһына, Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжына, коррекция мәктәбенә, Стәрлебаш, Хәлекәй, Һарайҫа, Ҡуғанаҡбаш ауыл биләмәләренә, ШЭ Ләйлә Абайҙуллинаға, 4 һанлы балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Ләйсән Моратоваға һәм 80 йәшлек юбилейы уңайынан спорт ветеран Йәғәфәр Шәриповҡа район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Илгиз Ибраһимов һәм Регина Фәйзуллина байрамды сығыштары менән биҙәне. Артабан еңел атлетика, футбол, волейбол, шахмат буйынса ярыштарға һәм халыҡ уйындарына старт бирелде. Һауа торошо боҙолоп, ямғыр һибәләй башлағанда төп ярыштар һәм халыҡ уйындары тамамланғайны инде. Яланда, ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, волейболсылар (улар биш команда ине) һәм футболсылар ғына (13 команда, уларҙың бер өлөшө «Стәрле» спорт һауыҡтырыу комплексы территорияһында уйнаны) ҡалды.

Ныҡышмалы уйындар һөҙөмтәһендә волейболсылар араһында Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең беренсе командаһы еңеү яуланы, икенсе урында - стәрлебаштар, өсөнсө урында - буҙаттар. Футболсылар араһында өлкән төркөмдә беренсе урында - Һарайҫа, икенсе урында - Ҡуғанаҡбаш, өсөнсө урында - Ямғырсы ауыл биләмәләре командалары. Кесе төркөмдә өс призер иҫәбендә Стәрлебаш, Ҡабыҡҡыуыш һәм Табылды ауылдары командалары. Уларҙың барыһы ла Кубоктар һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

Билдәләп үтке килә, футболсылар араһында ҡуғанаҡбаштар командаһы матур формалары менән барыһынан да айырылып торҙо, уны уларға хужалыҡ етәксеһе Юрис Синәғолов бүләк иткән. Был йәштәрҙең спорт менән шөғөлләнеүен хупларға теләгән башҡа етәкселәргә һәйбәт үрнәк.

Сара аҙағында көн боҙолдо, әммә командалар ҡыйыу, еңеүгә ихтыяр көсө һәм спорт рухы күрһәтеп ярышты һәм аҙағына тиклем уйнаны.

Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.

Һүрәттәрҙә: Футболда еңеүселәр - Һарайҫа ауыл биләмәһе командаһы.

Ҡуғанаҡбаштар яҡшы уйын менән генә түгел, матур кейемдәре менән дә айырылып торҙо



Читайте нас: