Бөтә яңылыҡтар
Саралар
6 Август 2019, 12:38

«Ҡанатлы пехота» байрамын билдәләне

Уҙған йома көндө «зәңгәр береттар» Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө булдырылыуҙың 89 йыллығын билдәләне. Ғәҙәттәгесә, традицияға ярашлы, улар араһында стәрлебаштар ҙа бар ине.

Еңеү паркы эргәһендә йыйылып, улар ВДВ флагтары менән биҙәлгән машиналар колоннаһы менән Стәрлебаш ауылы үҙәгенә, локаль һуғыштарҙа һәләк булғандар стелаһына юл тотто. Бында һәйкәлгә тере сәскәләр һалдылар, бер минут тын тороп һәләк булған хеҙмәттәштәрен иҫкә алып, ҡыҫҡа митинг үткәрҙеләр. Бында уларҙы запастағы офицер Рәфис Ишморатов һәм афған һуғышы ветераны Айрат Әхмәтвәлиев сәләмләне. Улар ғәскәр тарихын, ҡурҡыуҙың нимә икәнен белмәгән, батыр, үҙ-үҙен аямаған һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән десантсыларҙың донъяның бик күп илдәрендә, шулай уҡ Афғанстанда һәм Чечняла низағтарҙы яйға һалыуҙа ҡатнашыуын иҫкә төшөрҙө. Уларҙың күптәре хәрби ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнгән, десантсылар - Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройҙары исеменә лайыҡ булған.

Бүләкләнеүселәр араһында Стәрлебаш районында йәшәүселәр ҙә бар. Улар араһында Стәрлебаш ауылынан Фәрит Кинйәбулатов, уға был көндө Рәсәй Афғанстан ветерандары Союзынан «Ғәскәрҙәрҙе Афғанстандан сығарыуға 30 йыл» миҙалы тапшырылды. Шундай уҡ миҙал менән Безгин ауылынан Анатолий Свигачев та бүләкләнде. Стәрлебаш районының ВДВ ветерандары Союзы рәйесе Илшат Нәҙершин ғүмерҙәрендә иҫтәлекле көн уңайынан тағы ике кешегә - Ринат Малабаевҡа менән Валерий Дәүләтшинға ҙур булмаған бүләк тапшырҙы.

2 август - район десантсылары өсөн изге көн тип билдәләп үтергә кәрәк. Йыл һайын улар был датаны хәрби форма кейеп, ошо ғәскәр флагын тотоп, осрашыуға йыйыла. Һәм ул ғына ла түгел. Обелисктарға сәскә һалыуҙан тыш, хеҙмәттән һуң һәләк булған десантсыларҙың ҡәберенә барып, уларға сәскә һалып, ҡәберҙәрен тәртипкә килтереү изге традицияға әүерелде. Был йола яҡташыбыҙ - десантсы Илшат Нәҙершин етәкселегендә үткәрелә. Был һеҙгә фонтанда һыу инеү түгел. Был ҙур хөрмәткә лайыҡ.

Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.


Читайте нас: