Бөтә яңылыҡтар
Саралар
2 Август 2019, 11:48

«Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға!»

Һәр кемгә ғәмһеҙ бала сағы үткән, тәүге аҙымдарын яһаған, урам буйлап ялан аяҡ йүгереп йөрөгән, дуҫтары менән уйнаған, беренсе мөхәббәт хистәре кисергән үҙенең тыуған ауылы ҡәҙерле. Хәтерҙә ошо матур, гүзәл осор тураһында тик йылы хәтирәләр генә һаҡлана.

Иҫке Ҡалҡаш ауыл мәҙәниәт йорто һәм Иҫке Ҡалҡаш ауыл Советы хеҙмәткәрҙәре ошонда тыуып үҫкән гүзәл заттар өсөн сағыу бала саҡҡа ҡайтыу байрамы ойошторҙо. Уҙған шәмбе ошо ауылда тыуып үҫеп, бала саҡта төрлө уйындар уйнап, белем алып, артабан яҙмыш ҡушыуы буйынса төрлө яҡтарға таралышҡан ҡыҙҙар «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға!» тип аталған күңелле һәм матур сараға йыйылды. Байрам ауыл мәҙәниәт йортонда башланды. Фойела ауылдың ҡул эштәре оҫталарының сағыу күргәҙмәһе ҡуйылғайны. Ә мәҙәниәт йорто алдында ҡоролған тирмәлә мул өҫтәл табыны әҙерләнгәйне. Билдәләнгән ваҡытҡа алыҫ араларҙы яҡынайтып ҡайтҡан ҡыҙҙар, ауылда йәшәүселәр байрамға йыйыла башланы. Ойоштороусылар, урындағы мәктәп уҡытыусылары һәм сараның бағыусыһы Әлфиә Камалетдинова уларҙы йылмайып, ихлас ҡаршыланы. Улар бер-береһе менән күрешеп, ҡосаҡлашты. Төрлө хәтирәләрҙе иҫкә алып, көлөштө. Район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаровтың байрамға килеүе ваҡиғаға тағы ла ҙур абруй өҫтәне.

Сәхнәнән, байрамды асып, унда ҡатнашыусыларҙы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәүҡәт Ҡотлошин сәләмләне.

- Бындай саралар бик кәрәк. Беҙ тыуған еребеҙҙе оноторға тейеш түгел, күптәребеҙҙең ата-бабалары ошонда ерләнгән. Районыбыҙҙы данлаған яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм тыуған ерендә донъя көткәндәрҙең барыһына ла рәхмәтлебеҙ, - тип билдәләне Фәүҡәт Ғәлләм улы һәм шиғырын уҡып ишеттерҙе.

Ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, кисәне алып барыусы Рәзилә Ҡотлошина ҡыҙыҡлы сценарий әҙерләп, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы ауыл хакимиәте менән берлектә уны тормошҡа ашырҙы.

Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Зөлхизә Насирова, йыйылыусыларҙы матур байрам менән ҡотлап, йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың роле тураһында һөйләне.

Артабан сәхнә ҡунаҡтарға тапшырылды. Һәр ҡайһыһы бала саҡтағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, тыуған ерендә матур осрашыу үткәргәндәре өсөн ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.

Әлфиә Камалетдинова байтаҡ йылдар Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында эшләгән ҙур шәхес. Ул - доцент, бик күп фәнни эштәр авторы.

- Беҙҙең бала сағыбыҙ иң шау-шыулы Сәйгән (хәҙер Йәштәр) урамында үтте. Беҙ күмәк инек һәм рәхәтләнеп уйнай торғайныҡ. Мәктәптә беҙҙе яҡшы уҡытыусылар уҡытты. Беренсе уҡытыусыбыҙ Зөбәйҙә апайҙы яҡшы хәтерләйем. Ә Сәмерхан ағай Арыҫланғолов беҙгә ниндәй дәрестәр бирҙе! Ҡалҡаш мәктәбе һәр ваҡыт көслө уҡытыусылары менән айырылып торҙо һәм шуға күрә күптәребеҙ уҡыуын юғары уҡыу йорттарында дауам итте. Алған белемебеҙ тормошта күптәребеҙгә уңыштарға ирешергә ярҙам итте. Минең йөҙҙән ашыу фәнни эшем бар. Бында, тәү сиратта, уҡытыусыларым, ата-әсәләрем, шулай уҡ тоғро дуҫтарымдың өлөшө ҙур. Һәм бөгөн бала саҡтағы иң яҡын әхирәтем Гәүһәргә «Тоғролоҡ өсөн» миҙалын тапшырғым килә, - тине ул уға миҙал тапшырып. Ошондай уҡ икенсе миҙалды ул байтаҡ йылдар ошо мәктәптә уҡытҡан әхирәте Люциәгә, өсөнсөһөн - хеҙмәттәше, ғилми хеҙмәткәр, педагогия фәндәре кандидаты Гөлнара Нурғәли ҡыҙына тапшырҙы.

Бала һәм үҫмер саҡтағы йылы хәтирәләре менән шулай уҡ Люциә Әхмәҙулла ҡыҙы һәм Гәүһәр Тажимөлөк ҡыҙы ла уртаҡлашты. Улар яҙмыш ҡушыуы буйынса ошонда ҡалып, туған мәктәптә эшләгәндәр. Миңлегөл Ғәйфуллина шулай уҡ ошо ауылда ғүмере буйына ауыл мәҙәниәт йортонда эшләгән, хәҙер хаҡлы ялда.

- Барығыҙҙы ла күреүемә бик шатмын. Күптәребеҙ, байрам сараларында ҡатнашып, миңә ауыл халҡының ялын ойошторорға ярҙамлаша торғайны. Бөгөн дә балаларҙың төрлө түңәрәктәргә әүҙем йөрөүе һөйөндөрә. Рәзилә Рәйес ҡыҙы ярҙамы менән улар йыш район конкурстарында сығыш яһай. Бөгөнгө сараны ойоштороуҙа шулай уҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең өлөшө ҙур. Барығыҙға ла рәхмәт, - тип уртаҡлашты тәьҫораттары менән Миңлегөл Сирай ҡыҙы.

Һәр сығыш концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Был көндө байрамды Гөлнара Ҡотлошина, Әлмира Иҫәнтаева, Әлфиә Ҡотлошина, Зөлхизә Әсәҙуллина, Айҙар Ғәлимов, Зөлхизә Насирова, Маһинур Хөбөтдинова башҡарыуында йырҙар, Светлана Ишбирҙина, Фәнисә Ҡотлошина, Рафаэль Ғәлиев һәм «Стәрлекәй» балалар бейеү ансамбле башҡарыуында бейеүҙәр биҙәне. Берәү ҙә хис-тойғоларын йәшермәне. Теләгән һәр кем уларға ҡушылып йырланы, бейергә төштө. Концерттан һуң ҡатнашыусылар тирмәгә йыйылып, өҫтәл артында ихлас һөйләшеүҙәрен дауам итте.

Артабан улар урындағы мәсеткә барып, хәйер һалды, әрүахтары өсөн доға ҡылды.

Киләһе маршрут - мәктәп булды. Ҡунаҡтар ҡасандыр уҡыған кластарын күреп, яңы кабинеттар менән танышты.

Ауыл ситендәге Бишҡама шишмәһенә барыу иң ҡыҙыҡлыһы булғандыр, моғайын. Ул барыһына ла бала саҡтан яҡшы таныш. Бөтә ҡыҙҙар ҙа тиерлек унан көйәнтәләп саф шишмә һыуын ташыған. Бөгөн дә шишмәнең сылтырап ағыуы һөйөндөрә, ул, әйтерһең дә, йәшлек әхирәттәре менән осрашыуына шат. Һәм был юлы ла улар, тәмле шишмә һыуын эсеп, көйәнтәләрҙә уны тирмәгә алып ҡайтты.

Артабан йыйылыусылар бала саҡта, айырыуса иртә яҙ менән уйнарға яратҡан «Ҡыҙҙар тауы»на күтәрелде. Уларҙың алдында иҫ киткес күренеш хасил булды! Матур-матур болондар, ауыл урамдары. Бик күп ышаныуҙар буйынса, тап тау башында әйтелгән изге хыялдар тормошҡа аша. Шуға күрә күптәр тау башында изге теләктәр теләп, ҡыҙыл таҫмалар бәйләне.

Ә кис ауыл мәҙәниәт йорто алдында «Ритайым»ға йыйылып, йәш саҡтарын иҫкә алып, бейеште, йәшлек йырҙарын йырланы. Байрам 70-се һәм 80-се йылдар дискотекаһы менән тамамланды. Таңға тиклем тиерлек музыка, күңелле көлөшөүҙәр һәм йырҙар яңғыраны. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бихисап сағыу һәм онотолғоһоҙ тәьҫораттар алды. Күптәр ошондай байрамдарҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәк тигән теләк белдерҙе.

Зилә ҠОТЛОШИНА (ҒӘЛИМОВА):

- Бала саҡтағы әхирәттәрем менән осрашыуға бик шатмын. Күптәре менән бер нисә тиҫтә йыл күрешмәгәйнем. Мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡыным. Тормошҡа сығып, бер аҙ Әлшәй районында йәшәгәс, Себергә киттек. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Башҡортостанға ҡайттыҡ. Хәҙер Өфө эргәһендә Жуково биҫтәһендә йәшәйбеҙ. Ойоштороусыларҙың барыһына ла рәхмәт. Тәьҫораттар иҫ киткес шәп!

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА. Автор фотолары.


Читайте нас: