Бөтә яңылыҡтар
Саралар
29 Июль 2019, 12:55

"Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға"

Үткән ял көндәрендә Иҫке Ҡалҡаш ауылында "Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға" тип аталған күңелле һәм матур сара үтте.

Сараға ошо ауылда тыуып үҫеп, бала саҡта төрлө уйындар уйнап, белем алып артабан яҙмыш ҡушыуы буйынса төрлө яҡтарға таралышҡан ҡыҙҙар йыйылды. Байрам ауыл мәҙәниәт йортонан башланды. Фойела ауылдың ҡул эштәре оҫталарының сағыу күргәҙмәһе ҡуйылғайны. Ә мәҙәниәт йорто алдында ҡоролған тирмәлә мул өҫтәл табыны әҙерләнгәйне. Билдәләнгән ваҡытҡа алыҫ араларҙы яҡынайтып ҡайтҡан ҡыҙҙар ауылда йәшәүселәр байрамға йыйыла башланы. Улар бер-береһе менән күрешеп, ҡосаҡлашалар. Төрлө хәтирәләрҙе иҫкә алып, көлөшәләр.

Сара сәхнәлә дауам итте. Унда һәр урам ҡыҙҙары бергәләп сығып, үҙҙәренең әйтер һүҙҙәрен, теләктәрен белдерҙе. Һәр сығыш концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

Артабан саралар ҡатнашыусылар мәсеткә барып, әрүахтар рухына бағышлап хәйер-саҙаҡа бирҙе, доғалар уҡыны.

Мәктәптә барып, уҡытыусыларҙы иҫкә алды, белем алған кластарын күрҙе. Ә кис "Ритайым"ға йыйылып, йәш саҡтарын иҫкә алып, таңға тиклем бейеште, йәшлек йылдары йырҙарын йырланы.
Читайте нас: