Был сара "Берҙәм рәсәй" партияһы тарафтарҙарының төбәк советы тарафынан ойошторолған "Йондоҙҙар менән зарядка" проекты сиктәрендә үткәрелде. Уны билдәле яҡташтарыбыҙ: Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы Айрат Хәлиҡов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Миңлеғәли Хөснөтдинов, Инсаф Ғәлимов, Башҡортостан Республикаһы эстрада артистары Фәрзәлиә һәм Денис Ибраһимовтар үткәрҙе. Майҙанға күнекмәләр яһарға пенсионерҙар, балалар һәм ҡайһы бер ойошма вәкилдәре килгәйне.