Бөтә яңылыҡтар
Саралар
14 Июнь 2019, 13:00

Рәхәтләнеп күңел аса балалар!

Илдең төп байрамдарының береһе - Рәсәй көнө алдынан район Мәҙәниәт йорто алдында балалар өсөн ҙур музыкаль-уйын программаһы ойошторолдо.

Уның барышында байрамға килгән балалар викторинала ҡатнашып, дәүләт символдары тураһында һорауҙарға яуап бирҙе, йомаҡтар систе, хәрәкәтсән уйындарҙа ҡатнашты, йәш артистар ҡатнашлығында концерт номерҙарын рәхәтләнеп ҡараны. Шулай уҡ, ике командаға бүленеп, конкурста ҡатнашты, бында иһә төҫлө ҡағыҙҙарҙан Рәсәй флагын йыйҙы. Бында ҡыҙҙар командаһы шәберәк булды, әммә малайҙар төҙөгән флаг йыйнағыраҡ күренә ине, һөҙөмтәлә командалар бер төрлө мәрәй алды.

Бала - саға рәхәтләнеп күңел асты, һәр кем бихисап ыңғай тәьҫораттар алды. Йәй уларҙы ошондай осрашыуҙар йыш көтөр әле, сөнки район Мәҙәниәт йорто территорияһында һәр шишәмбе һәм йома күңелле уйындар ойоштороласаҡ. Рәхим итегеҙ!

Үҙ хәбәрсебеҙ.

Фото социаль селтәрҙән.
Читайте нас: