Бөтә яңылыҡтар
Саралар
5 Июнь 2019, 12:36

Балаларҙы уйындар, ҡыҙыҡлы конкурстар менән һөйөндөрҙөләр...

Стәрлебаш ауылының Еңеү паркы район халҡының һәм ҡунаҡтарҙың иң яратҡан урындарының береһе булып тора. Тап бында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн билдәләнеләр.

Был көндө паркта нимә менән һөйөндөрөүҙәрен белер өсөн төрлө йәштәге балалар һәм өлкәндәр күп йыйылғайны. Һауа шарҙары, татлы мамыҡ, спорт конкурстары һәм ГТО элементтары менән уйындар, сәхнәнең тематик декорацияһы ысын балалар байрамы мөхите бүләк итте.

Әкиәт персонаждары, аниматорҙар сабыйҙарҙың кәйефен күтәрҙе. Улар бер туҡтауһыҙ йомаҡтар систе, конкурстарҙа ҡатнашты һәм һәр ябай нимәгә ихлас ҡыуанды. Барыһы ла ҡомар, еңеү теләге менән янды, ә өлкәндәр балалары өсөн көйәрмәнлек итте.

Кескәйҙәр ҙә, ата-әсәләр ҙә байрамдан ҡәнәғәт ҡалды, ялдарын ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үткәрҙе, һәр бала уйын менән мауыҡты һәм бүләктәр алды.

Үҙ хәбәрсебеҙ.

Фото социаль селтәрҙәрҙән.
Читайте нас: