Бөтә яңылыҡтар
Саралар
24 Май 2019, 11:08

Һау бул, мәктәп, уҡытыусым! Һау бул, партам, класташтар!

Кисә барыбыҙ өсөн дә иң тантаналы һәм иҫтәлекле көндәрҙең береһе, беҙҙең сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау булды. Яҙҙың иң матур, йәмле көндәренең береһендә мәктәптәребеҙ үҙҙәренең ҡарлуғастарын - уҡыусыларын ҙур тормош киңлектәренә осорҙо.

23 майҙа райондың барлыҡ белем биреү учреждениеларында 79 ун беренсе һәм 237 туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн тормоштарында матур осор тамамланыу символы - һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Район хакимиәте вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм хужалыҡтар етәкселәре сығарылыш класс уҡыусыларын, уларҙың ата-әсәләрен, уҡытыусыларҙы ошо байрам көнө менән ҡотлап, имтихандарҙа уңыштар теләне. Улар республика һәм илдең төрлө уҡыу йорттарында уҡыуҙарын уңышлы дауам итер тигән ышаныс белдерҙе.

Ә сығарылыш класс уҡыусылары уларға белем биреүҙән тыш, кешеләрҙең ҡәҙерен белергә, үҙ-үҙең һәм тирә-яҡтағылар менән дуҫ һәм татыу йәшәргә өйрәткән уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. Сөнки уҡыусыларҙы алда тотош ғүмер көтә, улар унда кеше булып ҡала белеүгә даими имтихан тотасаҡ. Был имтиханды ла улар намыҫлы тапшырыр тип ышанабыҙ.

Был көн Первомайский урта мәктәбенең 11-се класты тамамлаған 13 һәм 9-сы класты тамамлаған 24 уҡыусы өсөн онотолғоһоҙ булды. Сәскәләр, ҡотлауҙар, өлкәндәрҙең изге теләктәре уларҙың күңелендә мәңге һаҡланасаҡ.

... Ҡыңғырау сыңы моңло ла, шатлыҡлы ла. Ул ғүмеребеҙҙең иң саф, иң наҙлы, ғәмһеҙ мәле - бала саҡ, ошо мәктәп менән хушлашыу мәле һәм тәүге тапҡыр тормошҡа аяҡ баҫыуыбыҙҙы хәбәр итә. Аҡ юл һеҙгә, ҡәҙерле сығарылыш класс уҡыусылары!

Рәйсә Мусина. А.Зәйнетдинов фотоһы.
Читайте нас: