Бөтә яңылыҡтар
Саралар
30 Апрель 2019, 10:54

Ветеран менән ихлас осрашыу

Күптән түгел Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжының Стәрлебаш ауылы филиалы уҡыусыларының ҙур төркөмө кластарҙың береһендә «Ҡыйыулыҡ дәресе» тип аталған сараға йыйылды. Ул «Болғар» учреждениеһы белгестәре инициативаһы менән үткәрелде.

Бында тыл хеҙмәтсәне, 1950-1953 йылдарҙа Корея һуғышында ҡатнашыусы Баҡый ауылынан Мөҙәрис Яппаровты саҡырғандар ине. Уға 89 йәш, әммә үҙен шәп кенә хис итә, хәтере лә сағыштырмаса яҡшы һаҡланған. Сығыш яһағанда, Мөҙәрис Сафа улы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Совет халҡы батырлығының бөйөклөгөн билдәләне, был турала бөгөнгө, шулай уҡ киләсәк быуын да оноторға тейеш түгел тип баҫым яһаны. Ул шулай уҡ үҙенең тормошо тураһында ла һөйләне. Был ҡырыҫ заманда 13 йәшлек үҫмергә колхоз эшенә егелергә тура килә, быҙау, һыйырҙар көтә. Һуңынан механизатор була. Хәрби хеҙмәткә алынғас, Приморье крайының көньяҡ өлөшөнә эләгә. Автомәктәптә уҡый. Бер ваҡыт уларҙың хәрби часын күрше Ҡытайға ебәрәләр. Бынан - Кореяға. Бында Америка интервенттары һәм уларҙың Көньяҡ Кореялағы ярҙамсылары Корея Халыҡ-Демократик республикаһына (Төньяҡ Корея) ҡаршы һуғыш башлай. Ошо ил халҡы мәнфәғәттәрен яҡлар өсөн Советтар Союзы бында хәрби подразделение ебәрә. Бында Мөҙәрис хәрби ҡыйыулыҡ төшөнсәһен аңлай, үҙе лә ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Ул машинала хәрби припастар, башҡа йөктәр ташый. Ҡаһарманлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ орденына, шулай уҡ Ҡытай Республикаһы орденына лайыҡ була. Ҡулы яралана. Өс ай госпиталдә дауалана. Баҡыйға Яппаров 1953 йылда ҡайта. Һигеҙ йыл колхозда водитель, һуңынан сирек быуаттан ашыу - урындағы оҫтаханала электрсы булып эшләй. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Осрашыуҙа хәрби пенсионер, район ветерандар советы президиумы ағзаһы Рәфис Ишморатовтың да сығышы бик ихлас булды. Һуңынан уның менән Мөҙәрис Сафа улы район тыуған яҡты өйрәнеү музейына барҙы.

Дөйөм алғанда, Рәфис Хәким улы ҙур изгелек күрһәтте. Үҙ машинаһында ул ветеранды Баҡый ауылынан барып алып, өйөнә илтеп ҡуйҙы.

Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН. А.ИСМӘҒИЛЕВ фотоһы.


Читайте нас: