Бөтә яңылыҡтар
Саралар
30 Апрель 2019, 11:00

Армияға китә егеттәр!

Армия - һәр ир-егеттең тормошонда мөһим этап, хеҙмәт итеү холоҡто сыныҡтыра, ихтыяр көсө тәрбиәләй, рухты нығыта, ысын дуҫтар һәм тоғро иптәштәр табырға ярҙам итә. Ул, ысынлап та, киләсәктә тормошта кәрәк буласаҡ күп нимәгә өйрәтә, һәр йәһәттән тәжрибә тупларға булышлыҡ итә.

Уҙған йома көндө район призывниктары өсөн уларҙы армияға оҙатыуға бағышланған спорт сараһы ойошторолдо. Ярыштар башланыр алдынан буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар район тыуған яҡты өйрәнеү музейына барып, унда бихисап файҙалы һәм кәрәкле мәғлүмәт алды.

Артабан спорт-һауыҡтырыу комплексында һалдаттар Калашников автоматын һүтеп-йыйыуҙа, противогаз кейеүҙә, турникта күтәрелеүҙә, пневматик ҡоралдан атыуҙа ваҡытҡа ярышты. Район хакимиәте башлығы, призыв комиссияһы рәйесе Фәнүр Туҡтаров призывниктарға сәләмләү һүҙе, изге теләктәр менән мөрәжәғәт итте һәм уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ Миәкә һәм Стәрлебаш райондары хәрби комиссариатының өлкән ярҙамсыһы Шахрух Оморҙаҡов, район ветерандар советы рәйесе Кәлимулла Шәрәфетдинов, Ҡораллы Көстәр ветераны Әҙхәт Ғәлиев, имам-мөхтәсиб Зөфәр хәҙрәт Биктимеров та уларға изге теләктәр белдерҙе. Сығыш яһаусыларҙың барыһы ла буласаҡ һалдаттарҙы хеҙмәт иткәндә данлыҡлы традицияларҙы дауам итергә саҡырҙы. Улар шылтыратыуҙар һәм хаттарҙың мөһимлеген билдәләне, уларһыҙ ата-әсәләр өсөн бер йыл мәңгелек кеүек тойола.

- Яҙығыҙ, шылтыратығыҙ, туғандарығыҙ һәм яҡын кешеләрегеҙҙе онотмағыҙ. Улар һеҙҙе армиянан барыһына ҡарағанда ла нығыраҡ көтәсәк һәм ҡайтыуығыҙға көндәрҙе һанаясаҡ, - тип билдәләне Әҙхәт Ғәлиев.

- Үҙен хөрмәт иткән һәр егет ошо мәктәпте үтергә тейеш. Ул, тәү сиратта, кешенең үҙе өсөн кәрәк. Сөнки ул рухты, ҡыйыулыҡ, патриотизм тәрбиәләй. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандарҙың күптәре быға үкенмәй. Һеҙ ҙә, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, хеҙмәт итеп, гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә тейешһегеҙ, - тине Кәлимулла Шәрәфетдинов.

Призывниктарҙың кәйефтәре шәп кенә ине. Ярышта еңгән иң тиҙ, мәргән һәм көслөләр Дипломдар менән бүләкләнде.

Концерт ҡуйған район Мәҙәниәт йорто вәкилдәре лә призывниктарға бихисап йылы һүҙҙәр әйтте.

Күптәр бында, тыуған ерҙәрендә, ата-әсәләрен һәм дуҫтарын, ә ҡайһы берәүҙәр - һөйөклөләрен ҡалдырып китә. Тыуған илгә хеҙмәт итеү - йәш егеттәргә тыуған йорттарынан, ғәҙәти көнкүрештән һалмаҡ тормоштан айырылыу тигәнде аңлата. Әммә хеҙмәт итмәү, тимәк, ваҡытында Ватаныбыҙҙы һаҡлаған ата-бабаларыбыҙ васыятын үтәмәү тигән һүҙ. Армияла хеҙмәт итеү ысын ир-егеткә хас сифаттарҙы тәрбиәләй.

Гөлдәр ҒӘФИЕВА. Автор фотоһы.


Читайте нас: