Бөтә яңылыҡтар
Саралар
19 Февраль 2019, 12:43

Һау-сәләмәт һәм әүҙем булыу модала

2015 йылда Башҡортостан Республикаһында белем биреү учреждениеларына «Сәләмәт быуын - көслө төбәк» спорт-һауыҡтырыу проектын индереү буйынса эш башланды. Уға Стәрлебаш районы уҡыусылары, шул иҫәптән башланғыс мәктәп тә ҡушылды. Бөгөн ошо проект буйынса 1 А класы уҡыусыларының эштәр торошо тураһында бәйән итке килә.

Мәктәп йәшендәге балаларҙың сәләмәтлегенә бик күп фактор йоғонто яһай. Был психологик һәм аҡыл торошо, йыш ҡына гигиена нормаларына тап килмәгән шарттар.

Һәм уҡыу шарттары тәртиптә булһа ла, бала мәктәпте һау-сәләмәт тамамлар тигән гарантия бармы? Әйтеүе бик ауыр. Сөнки уның формалашыуына һәм эске донъяһына ғаилә һәм йәмғиәт ҡиммәттәренең йоғонотоһон да иҫәпкә алмайынса булмай. Әгәр дуҫтар менән тере аралашыу Интернет аша аралашыуға, урамда футбол уйнау - компьютер уйынына йәки телевизор ҡарауға алмаштырылһа, сәләмәтлек тураһында һөйләп торорға ла түгел. Аҙ хәрәкәтсән йәшәү рәүеше барыһына ла зыянлы, ә үҫеп килеүсе организмға икеләтә.

Юғарыла атап үтелгән проекттың маҡсаты - мәктәп уҡыусыларының һаулығын һаҡлау һәм нығытыу, сәләмәт быуын тәрбиәләү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, йәш быуында спорт мәҙәниәтен үҫтереү, үҫеп килеүсе быуында спорт һәм киң күләмле физик культураны үҫтереү, спорт йәһәтенән һәләтле балалар менән эшләү. Проект 1-4 класс уҡыусылары менән дөйөм физик әҙерлек буйынса шөғөлләнеүҙе күҙ уңында тота һәм дүрт йылға иҫәпләнгән. Уны тормошҡа ашырыу физкультура һәм спорт менән шөғөлләнгән балалар һанын арттырырға, сирләү һәм травматизм кимәлен кәметергә, уҡыусыларҙа спорт эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Мәктәптә физик культураның планлаштырылған өс академик сәғәтенә дөйөм физик әҙерлек менән шөғөлләнеүгә аҙнаһына тағы ла алты сәғәт ҡушыла. Шуларҙың бер сәғәте йөҙөүгә бирелә. Занятиелар «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексы бассейнында шәмбе һайын үткәрелә. Билдәләп үтергә кәрәк, уҙған йылдың 1 сентябренән, ошо занятиелар ярҙамында, уҡыусыларҙың яртыһынан күбеһе үҙҙәрен һыуҙа иркен тота һәм йөҙә белә. Ике сәғәт - шахмат һәм шашка уйынына бирелә.

Беренсе класс уҡыусылары менән физкультура уҡытыусыһы Дамер Рәүеф улы Ишбулдин шөғөлләнә. Проекттың беренсе этабын бойомға ашыра башлар алдынан мәктәптә махсус программа эшләнгән. Уҡыусылар, ата-әсәләр, занятиены алып барған уҡытыусылар менән эш үткәрелгән. Программа барышында ҡуйылған маҡсаттар һәм мәсьәләләр уҡытыу-тәрбиә процесында ҡатнашыусыларҙың барыһы өсөн дә мөһим булыуы асыҡланған. Ата-әсәләрҙең күбеһе балалары юғары һөҙөмтә күрһәтмәһә лә, улар өсөн спорт менән шөғөлләнеү файҙалы, тип иҫәпләй. Ә 1 А класы уҡыусылары спорт һөҙөмтәләренең юғарыраҡ булыуы һәм уларҙы дәртләндереү менән үтә ҡыҙыҡһына.

Класс беренселегенә шашка буйынса турнир һәм «Атай, әсәй, мин - спортсы ғаилә» күңелле старттар беренсе ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре булды.

Турнир ҡыҙыҡлы, тамашалы үтте. Шашка уйынында ҡағиҙәләр ябай булыуға ҡарамаҫтан, уны иң мауыҡтырғыс өҫтәл уйындарының береһе тип әйтергә мөмкин. Һәр партия үҙенсәлекле ине, һәм тамамланыу һөҙөмтәһе икенсе уйынсының оҫталығына бәйле булды. Балалар ярышта ҡатнашыуға ҙур яуаплылыҡ һәм ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Тулҡынланыуын еңеп, уларҙың һәр береһе еңеүгә ынтылды. Уйын барышында балалар тиңдәштәренә һәйбәт мөғәләмәлә булды һәм уларҙың уңышһыҙлыҡтарына борсолдо, шатлыҡлы хис-тойғоларын йәшермәне. Ярыш булғас, әлбиттә, еңеүселәр ҙә була. Турнир аҙағында А.Тайғонов, Р.Биргулиев, И.Хөсәйенов, А.Шәмсетдинов, И.Исламоратов, А.Иҫәнғужина, Д.Молофеева, С.Ҡунаҡкузина һәйбәт һөҙөмтә күрһәтте.

Мәктәп хакимиәте шашка йыйынтығы һатып алыуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән шәхси эшҡыуарҙар Лилиә һәм Хәлит Рафиҡовтарға ҙур рәхмәт белдерҙе.

Спорт эстфетаһында Шәмсетдиновтар, Дәүләтшиндар, Хәсәновтар, Хөсәйеновтар, Ҡунаҡкузиндар, Шабаевтар, Ҡорамшиндар, Мөхәмәтйәновтар ғаиләләре ҡатнашты. Командаларға спорт ярыштарында мәргәнлек, етеҙлек һәм берҙәмлек күрһәтергә кәрәк ине. Уларға ҡыҙыҡлы, ҡайһы саҡ еңел булмаған атлетика күнекмәләре тәҡдим ителде. Ғаилә командаларына эстафетала төрлө күнегеүҙәр үтергә тура килде. Көйәрәмндәр ғаиләләрен хуплап торҙо, ә жюри ағзалары бөтә конкурсты ла ғәҙел баһаланы. Команданың һәр ағзаһы күберәк мәрәй килтерергә тырышты. Байрам йылы, дуҫтарса мөхиттә үтте. Ата-әсәләр һәм балалар сара ваҡытында берләште. Бөтә ғаиләгә лә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн мәктәп хакимиәте Маҡтау грамоталары һәм татлы бүләктәр тапшырҙы. Байрамдан барыһы ла күтәренке кәйеф, дәрт-дарман һәм бихисап ыңғай тәьҫораттар алды.

Әлеге сара спорт менән шөғөлләнеү, һау-сәләмәт һәм әүҙем булыу һәр ваҡытта ла модала булыуын тағы бер тапҡыр дәлилләне. Ә бәхетле, сәләмәт ғаиләлә йәшәү - һәр кемдең хыялы һәм ныҡ тырышҡанда, уны тормошҡа ашырып була.

Ғинуар башында йөҙөү буйынса ярышта өс уҡыусы - А.Тайғонов, Р.Биргулиева, А.Рафиҡова ҡатнашты. Улар иң йәш ҡатнашыусылар булыуға ҡарамаҫтан, һәйбәт һөҙөмтә күрһәтте.

1А класы уҡыусыларының класс етәксеһе булараҡ, әлеге программаны бойомға ашырыу барышында балалар яуаплыраҡ, ойошҡаныраҡ, иғтибарлы, әүҙем булыуҙарын билдәләп үтке килә.


Алһыу ХӘЙБУЛЛИНА, Стәрлебаш башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы.

Фотолар автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: