Бөтә яңылыҡтар
Саралар
19 Февраль 2019, 12:41

Афған яраһы һаман йөрәктә...

Йома көндө Рәсәйҙә Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 30 йыллығын тантаналы рәүештә билдәләнеләр. Тарихсылар фекеренсә, афған һуғышы XX быуатта иң оҙайлы һуғыштарҙың береһе. 620 меңдән ашыу хәрби, шул иҫәптән 106һы беҙҙең райондан, әрме хеҙмәтен Афғанда үткән. Яуҙа 15 меңдән ашыу һалдат һәм офицер һәләк булған. Улар араһында дүртәүһе беҙҙең район егете. 92 хәрби - Советтар Союзы Геройы һәм Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ. Афғанстан ветерандары менән осрашыуҙарҙың береһендә РФ Президенты В.В.Путин: «Афған һуғышында кемдең нимәгә һәләтле булыуы, ниндәй һынауҙар һәм кәртәләр аша үтеүе һаналды. Быларҙың барыһын да беҙҙең «афғансы»лар белә һәм хәтерләй, уларға бик күп ҡайғы-хәсрәт, ҡыйынлыҡтар кисерергә тура килде» тигәйне.

Ошо билдәле дата уңайынан йома көндө беҙҙең районда ла иҫтәлекле саралар үтте. Ул локаль һуғыштарҙа һәләк булғандар Стелаһына веноктар һәм тере сәскәләр һалыуҙан башланды. Тантанала район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров, Афғанстан Демократик Республикаһында совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингенты составында хеҙмәт иткән һәм Чечняла контртеррористик операцияларҙа ҡатнашҡан хәрбиҙәр, һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың әсәләре, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.

Тәүгеләр иҫәбендә - локаль һуғыштарҙа һәләк булғандар иҫтәлегенә йыл һайын үткәрелеүсе традицион волейбол ярышы булды. Ағымдағы йылда унда алты команда ҡатнашты. Уларҙы район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров һәм афған һуғышында ҡатнашҡан, орденға эйә булыусы Илгиз Фәтҡуллин сәләмләне. Улар волейболсыларға ҡомарлы уйын, еңеү һәм сәләмәтлек теләне. Бында уҡ Фәнүр Зөфәр улы райондың иң өлкән спортсыһы, бөгөнгө көндө лә күнегеүҙәрҙе ҡалдырмайынса йәштәр менән бер рәттән волейбол уйнаған Миҙхәт Хөсәйеновҡа спортҡа тоғро булғаны өсөн Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

Алға китеп шуны әйтке килә, уйындар тамашалы, бихисап ҡыҙыҡлы мәлдәргә бай булды. Ныҡышмалы уйын һөҙөмтәһе буйына беренсе урынға Буҙат ауыл биләмәһе спортсылары лайыҡ булды, икенсе урында - стәрлебашлылар, өсөнсө урын - район эске эштәр бүлегендә. Ярыштан һуң Буҙат спортсылары тренеры, тәжрибәле волейболсы Хәлил Әхмәтйәнов билдәләүенсә: «Ошондай турнирҙа элегерәк беҙ ике тапҡыр Кубок яулағайныҡ. Һәм бына шул тиклем үк йыл үткәс, ул йәнә беҙҙә. Командам өсөн бик шатмын, афарин! Был ныҡышмалы һәм даими күнегеүҙәр һөҙөмтәһе. Беҙ аҙнаһына өс тапҡыр мотлаҡ күнегеүҙәргә йөрөйбөҙ» - тине ул.

Спорт залында ярыштар ҡыҙған саҡта, йыйылыусылар тантана башланыр алдынан район Мәҙәниәт йорто фойеһында район тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән «Беҙ хәтерләйбеҙ икән, тимәк, беҙ йәшәйбеҙ әле!» тип аталған күргәҙмәне ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Унда Афғанстанда хеҙмәт иткән егеттәрҙең фотоһүрәттәре, шәхси әйберҙәре һәм иғлан ителмәгән һуғышта ҡатнашыусыларҙың наградалары бар ине.

Был көндө район Мәҙәниәт йортонда тағы ла бер нисә сара үтте. Артабан сәхнәлә район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров, хәрби комиссарҙың өлкән ярҙамсыһы Раушан Исхаҡов һәм район ветерандар советы рәйесе Кәлимулла Шәрәфетдиновтар сығыш яһаны. Афғанстандағы һуғыш Бөйөк Ватан һуғышында азатлыҡ өсөн көрәшеүселәрҙең ейәндәре ата-бабаларының иҫтәләгенә лайыҡ булыуын күрһәтте, тип билдәләне улар. Ватандаштарыбыҙ ҡайҙа ғына хеҙмәт итмәһен - Афғанстан, Чечня, Мысыр, Ангола, Сүриә, Вьетнам, Приднестровье кеүек башҡа «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә булһынмы, улар һәр саҡ һәм һәр ерҙә хәрби анттарына тоғро ҡалды. Ғүмерҙәрен аямайынса, батырҙарса алышты. Фәнүр Зөфәр улы Афғанстанда һәләк булған дүрт егеттең ата-әсәһенә балаларын лайыҡлы тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдереп, иҫтәлекле дата хөрмәтенә Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырҙы.

-Был иң ҡәҙерле кешеләрен - балаларын юғалтҡандарға бөгөнгө көндә беҙ бирә алғандың бик аҙы ғына, - тип билдәләне ул. Фәнүр Туҡтаров һәм Раушан Исхаҡов бер төркөм элекке яугир-афғансыларға Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Сығыш яһаусыларҙың бөтәһе лә локаль алыштарҙа ҡатнашыусыларҙың йәш быуынды лайыҡлы граждандар итеп тәрбиәләргә ярҙам итеп, илһөйәрлек эше алып барыуын билдәләне. Элекке яугир-интернационалист Фәнис Абдуллин башҡарыуында шиғыр тетрәндерҙе.

Артабан үҙешмәкәр артистар көсө менән матур концерт күрһәтелде. Видеофильмдар һәм фотослайдтар менән тулыландырылған концерт ҡатнашыусыларҙың барыһында ла онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Рим Макашев, Олег Ковтун, Зөлхизә Әсәҙуллина, Альбина Ғәйфуллина, Константин Петров, афғансыларҙың ҡатындары, Гөлфизә Хәйруллина һәм Рөстәм Ғәлиев, Анэль Ғәйфуллин башҡарыуында йырҙар, З.Ғиззетдинованың «Бер һөйләшеү» шиғыры буйынса инсценировка, Әлмира Ибраһимова башҡарыуында бәйет, Балалар ижад йортоноң бейеү коллективы башҡарыуында сығыштарҙы тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.

Билдәләп үтергә кәрәк, ул көндө сәхнәнән яңғыраған һәм күрһәтелгән һәр номер айырыуса залда ултырған мәктәп уҡыусылары һәм колледж студенттары өсөн бик тулҡынландырғыс булғандыр.

Улар ата-әсәләренән бер аҙға ғына өлкәнерәк булған, күкрәктәренә орден-миҙалдар таҡҡан һуғышта ҡатнашыусыларҙы үҙ күҙҙәре менән күрҙе, уларҙың сығыштарын тыңланы. Һәм үҫеп еткәс илебеҙҙә тыныслыҡты һаҡлар өсөн улар барыһын да эшләр тип ышанғы килә.

Рәйсә МУСИНА. Автор фотолары.

Читайте нас: