Бөтә яңылыҡтар
Саралар
15 Февраль 2019, 11:48

Йәш «Йондоҙсоҡтар» ҡабынды!

Ғинуар аҙағында район Мәҙәниәт йортонда Балалар сәнғәт мәктәбе ойошторған традицион район фестивале - «Йондоҙсоҡтар» йәш вокалсылар конкурсы үтте. Унда Стәрлебаш, Первомайский һәм Мәҡсүт ауылдарынан дүрт йәштән 15 йәшкә тиклемге 40 бала ҡатнашты.

Музыкаль бүлектә белем алыусы оҫта алып барыусылар Артур Арыҫланов менән Рената Хөсәйенова фестивалдә кескәй ҡатнашыусыларҙы оҫта итеп микрофонға саҡырҙы һәм сығыштары алдынан уларҙы дәртләндереп торҙо. Ә иң кескәйҙәр - балалар баҡсаларынан дүрт йәшлек тәрбиәләнеүселәрҙең сәхнәгә тәүге сығыштары ине.

Сара өс йәш төркөмөндә һәм ике номинацияла - махсус вокал әҙерлеге булғандар һәм булмағандар араһында үткәрелде. Тәүгеләрҙән булып 4-7 йәшлек иң йәш ҡатнашыусылар сығыш яһаны. Был төркөмдә Диана Әхмәтшина (2-се урта мәктәп) һәм Амелия Рафиҡова (башланғыс мәктәп) беренсе, Рәил Зарипов (1 һанлы балалар баҡсаһы) - икенсе, Анелия Мөхәмәтйәнова (4 һанлы балалар баҡсаһы), Надир Садиҡов (Первомайский балалар баҡсаһы) һәм Светлана Басирова (2-се урта мәктәп) - өсөнсө дәрәжә лауреаты булдылар.

Урта һәм өлкән йәш категорияларында Тимур Тайғонов, Розалина Насретдинова, Аделина Вахитова - беренсе урында, икенсе урында - Нияз Аҡсурин (башланғыс мәктәп), Рания Ғәлиева, Анита Арыҫланова, Алина Балтабаева, Айгизә Маннанова, Аделя Зәйнетдинова (башланғыс мәктәп), Венера Шәрипова, Эльвина Мөрәсева, Оксана Афанасьева - өсөнсө.

Бөтә конкурсанттар ҙа сараға етди әҙерләнгәйне. Уларҙың сығыштары сағыу һәм иҫ киткес булды. Балалар бер-береһен хуплап торҙо. Йәш таланттар өсөн көйәрмәнлек итергә ата-әсәләре, өләсәйҙәре, олатайҙары, дуҫтары килгәйне, улар һәр «йондоҙсоҡто» йылы ҡаршы алды.

Жюри кәңәшләшкәндә һәм ҡатнашыусыларҙың сығыштары ваҡытында Балалар сәнғәт мәктәбенең «Росинки» бейеү коллективы, «Ура, ҡыш!» бейеүе менән кесе һәм урта төркөм уҡыусылары, «Заблудшие души» һәм «Офис» тип аталған заманса бейеүе менән өлкән төркөм триоһы сараны биҙәне.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ҡатнашыусы Дипломы һәм татлы бүләктәр алды. Кисә барыһына ла байрам мөхите, рух күтәренкелеге һәм яҡшы кәйеф бүләк итте.


Ләйсән ХАЛИҠОВА, Балалар сәнғәт мәктәбенең уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары.

Фото автор тарафынан бирелде.


Читайте нас: